Дим буйҙары
-20 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Август 2018, 20:08
Емеш ҡышын танһыҡ
Алма компоты. Ғәҙәттә, тәме әскелтем сорттарҙан яһайҙар. Урал сорттары компотында 2-8 мг процентлы С, 35-220 мг процентлы Р витамины бар.
Бер төрлө эрелектәге алмаларҙы һайлап алғас, өҫтөнә ҡайнар сироп (1 л һыуға 200-300г шәкәр ҡушып эшләнә) ҡоялар һәм 80 градус йылылыҡта пастеризациялайҙар (0,5 л банканы – 10 минут, 1 л банканы – 12-15 минут, 3 л банканы – 25 минут).
Һырғанаҡтан компот яһағанда емешкә 65 процентлы шәкәр сиробы ҡойоп пастеризациялайҙар (0,5 л банканы – 15 минут, 1 л банканы – 20 минут).
Сейә компотын төшөн алып та, шул килеш тә яһайҙар. Өлгөргән емештәрҙе йыуып, банкаларға тултыралар ҙа өҫтөнә 1 л һыуға 500-550 г шәкәр һалып ҡайнатылған сироп ҡоялар. 1 л банканы 80 градуста – 15 минут, ҡайнап торғанда 8 минут пастеризациялайҙар.
Сливаны 80-85 градус эҫелектәге һыуҙа 3-4 минут бешекләйҙәр. Унан, банкаларға тултырғас, өҫтөнә 35 процентлы ҡайнар шәкәр сиробы ҡойоп, 1 л банканы 100 градус эҫелектә 12-20 минут пастеризациялайҙар.
Ҡара ҡарағат компотына эре емештәрҙе генә һайлап алалар. 1 л һыуға 500-600 г шәкәр һалып яһалған сиропты емеш өҫтөнә ҡойоп, 0,5 һәм 1 литрлы банкаларҙы 13-15 минут пастеризациялайҙар.
Крыжовникка (1 л һыуға 400-500 г шәкәр) сироп ҡойоп, 80 градус эҫелектә 15 минут пастеризациялайҙар.
Ер еләге өҫтөнә (1 л һыуға 200-300 г шәкәр) сироп ҡойола һәм банкалар 80 градус йылылыҡта – 12-15, ҡайнатҡанда 8-10 минут пастеризациялана.
Ҡурай еләге компоты (1 л һыуға 300 г шәкәр) ер еләге кеүек эшләнә.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
16 Сентябрь 2025, 21:45
Дүсән ауылы ирекмәндәре махсус хәрби операциялағы яугирҙарға даими ярҙам итә
МХО-лағыларға ярҙам
16 Сентябрь 2025, 19:10
"Барығыҙға ла ярҙам итербеҙ»
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"