Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Август 2018, 15:31

Инновацион алым – эшсәнлектең төп йүнәлеше

Фәтих Кәрим исемендәге Айыт ауылы урта мәктәбе райондың белем биреү учреждениелары араһында иң яҡшылар иҫәбендә. Директор Илмир Рәшит улы Шафиҡов етәкселегендәге коллектив уҡыусыларға хеҙмәт һәм тәрбиә биреүгә күп иғтибар бүлә. Быны мәктәпте тик яҡшы билдәләр менән һәм алтын, көмөш миҙалға тамамлаған уҡыусыларҙың күп булыуы иҫбатлай. 21 сығарылыш уҡыусыһы араһынан 18 уҡыусы юғары уҡыу йортона ингән (86 процент тәшкил итә).

Коллективта 42 хеҙмәткәр. Уҡытыусылар – 31 кеше, уларҙан 14-е – юғары категориялы педагог, 14-е беренсе категорияға эйә. «БР Мәғәриф отличнигы» билдәһен дүртәү, РФ Мәғариф министрлығы Маҡтау грамотаһын өсәү, БР Мәғариф министрлығы Маҡтау грамотаһын алты кеше алған, «Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылары» конкурсында бер педагог еңеү яулаған.

Айыт урта мәктәбенең өс филиалы бар — Дүсән ауылы башланғыс төп мәктәбе, Боголюбовка ауылы башланғыс төп мәктәбе. Балаларҙы алты торлаҡ пунктынан ике автобус белем усағына алып килә. Барлыҡ кластар ҙа компьютер һәм мультимедиа менән йыһазландырылған һәм матди-техник база менән комплектлаштырылған. Белем биреү Федераль дәүләт белем биреү стандарттары буйынса тормошҡа ашырыла. Мәктәп яны участогы туғыҙ гектар тәшкил итә. Шуның 4,2 гектары эшкәртелә торған ер, ул йәшелсә, тәжрибә, денроучасток, кескәй урман питомнигы, Илдар Ғимаев исемендәге паркка бүленгән. Дендроучастокка шыршы, нарат, каштан, пирамидаль тирәк, йүкә, имән ултыртылған. Еләк-емеш ағастары һәм ҡыуаҡтары күп. 40 сутый ерҙә бәрәңге сәселгән.

Патриотик тәрбиә иһә уҡыусыларға тормош именлеге дәрестәрендә һалына. Барлыҡ сығарылыш уҡыусылары сроклы хәрби хеҙмәт үтә, улар араһында үҙ тормоштарын хәрби хеҙмәт менән бәйләүселәр ҙәюҡ түгел. Физик сынығыу өсөн мәктәп биләмәһендә ҡаршылыҡтар полосаһы яһалған. Ауыл мәктәбендә әленән-әле үткәрелеүсе хоккей, волейбол турнирҙары, район-ара спорт ярыштары һаулыҡты нығытырға булышлыҡ итә. Уҡытыусылар балаларға һау-сәләмәт тормош рәүешен шәхси өлгөләрендә күрһәтә.

Мәктәптә йыл һайын төбәк-ара Кәрим уҡыуҙары үткәрелә. Шағир Фәтих Кәримдең ҡыҙы Ләйлә Фәтих ҡыҙы менән бәйләнеш тотоу балаларҙа тыуған яҡҡа һәм телгә ҡарата мөхәббәт тәрбиәләргә ярҙам итә. Сығарылыш уҡыусыһы Алһыу Әминева,

туған (татар) теле һәм әҙәбиәте буйынса халыҡ-ара олимпиадала икенсе дәрәжә дипломант булып, мәктәп данын яҡлаған.

Мәктәп коллективы Рәсәйҙә Ирекмән йылында Фәтих Кәрим музейын төҙөкләндереүҙә ҡатнашҡан: коллективтан йыйылған аҡсаға патриотик шағир бюсының постаменты яңыртылған, ҡойма алыштырылған. Йыл һайын Әсәйҙәр шишмәһе төҙөкләндерелә. Уҡыусыларҙың ата-әсәләре лә ярҙам итә. Төрлө байрамдар һәм саралар, мәктәпте ремонтлау тығыҙ хеҙмәттәшлектә үткәрелә. Мәктәп администрацияһы актив ата-әсәләрҙе Рәхмәт хаттары менән билдәләй. Педагогтар үҙҙәренең сығарылыш уҡыусыларын онотмай һәм улар менән ысын күңелдән ғорурлана.

Марина ЯКОВЛЕВА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: