Дим буйҙары
+16 °С
Ясно
Баш
Чув
Тат
Рус
Общие статьи
23 Августа 2018, 10:36
Мәктәптә күңелен биреп эшләй
Наталия Никитина мәғариф өлкәһенә утыҙ йыл ғүмерен бағышлаған
Мәктәп ауылда – белем, мәҙәниәт һәм дөйөм алғанда, тормош үҙәге булып тора. Михайловка урта мәктәбенең берҙәм һәм хеҙмәт һөйөүсән коллективы менән Наталия Николаевна Никитина ун биш йыл етәкселек итә. Уның педагогик стажы утыҙ йылдан ашыу. 1988 йылда коррекцион мәктәп-интернатында география уҡытыусыһы булып урынлаша, бында уҡ етәкселектең тәүге тәжрибәһен ала – уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары вазифаһын башҡара. 2001 йылда иһә үҙенең һөнәре буйынса урта мәктәпкә күсә, ә ике йылдан һуң мәғариф учреждениеһына директор итеп тәғәйенләнә.
Беҙ һөнәрҙе төрлө юлдар менән һайлайбыҙ. Наталия Николаевна өсөн һәр ваҡыт әсәһе Матрена Федоровна Андреева өлгө булып торған, уның хеҙмәт юлы мәктәп менән бәйле – оҙаҡ йылдар башланғыс класстарҙы уҡыта. Һүҙ уңайынан, улы Алекксандр Башҡорт дәүләт университетының география факультетын тамамлаған, ғаиләһе менән Өфөлә йәшәй һәм эшләй.
Наталия Николаевна белем биреү процесын уңышлы планлаштыра, барлыҡ мәктәп эшен ҙур ойошҡанлыҡ менән алып бара. Ҡул аҫтында эшләүселәрҙең һөнәри оҫталығы өсөн шарттар тыуҙыра, дәртләндерә һәм хеҙмәткәрҙәрҙең ижади инициативаһын стимуллаштыра, ҡыҫҡаһы, мәғариф өлкәһендә бар көсөн һалып эшләй. Уның етәкселеге аҫтында ағымдағы эштәр тормошҡа ашырыла бара. Ул талапсан етәксе, йәмәғәт һәм ата-әсәләр менән мөнәсәбәттәрҙе дөрөҫ ҡора белә.
Бер туҡтауһыҙ үҙ өҫтөңдә эшләү, намыҫлылыҡ, үҙеңдең эшенә ҡарата яуаплылыҡ тойоу - уның характерының айырылғыһыҙ өлөшө. Уның тормош иптәше Сергей Александрович барлыҡ башланғыстарында ҙур ярҙамсы.
Күптән түгел Наталия Николаевна юбилей датаһын билдәләп үтте. Беҙ ысын күңелдән уны ҡотлайбыҙ, һаулыҡ һәм уңыштар теләйбеҙ.
Мәктәп коллективы исеменән
Рәмил Миңлеғолов,
Михайловка мәктәбе уҡытыусыһы.
Фото Наталия Никитинаның шәхси архивынан.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
24 Мая , 08:09
Йәш туристар һынатманы
Общие статьи
23 Мая , 07:54
Тирә-яҡ күркәм төҫ ала
Общие статьи
21 Мая , 09:50
Бишбүләк юлсылары өсөн ҡыҙыу осор
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"