Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Сентябрь 2018, 11:07

Сүп-сарҙы иң алыҫ ауылдарҙан да йыясаҡтар

Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү буйынса төбәк операторы – “Эко-Сити” компанияһы Башҡортостандың иң алыҫ райондарынан сүп-сар сығарыуҙы ойошторасаҡ.

Әлеге ваҡытта компания әҙерлек эштәре алып бара һәм транспорт логистикаһын төҙөй. Ул майҙаны буйынса иң ҙур биләмәне хеҙ-мәтләндерәсәк.

Исемлектә Күмертау, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Әбйәлил, Ауыр¬ғазы, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Ғафури, Ейән¬сура, Йылайыр, Ишембай, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Миәкә, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Учалы, Федоровка, Хәйбулла райондары. Ғө¬мүмән, Урал аръяғында тәүге тапҡыр тулы ҡеүәттә сүп-сар сығарыу ойоштороласаҡ. Быға тиклем ауылдарҙағы ҡалдыҡтар яҡындағы сүплектәргә тиклем генә алып барылған. Уларҙың күбеһе әлеге ваҡытта тулған һәм рекультивация талап итә.

Төбәк операторы яуап биргән майҙанда ете лицензиялы полигон урынлашҡан: Ишембай, Стәрлетамаҡ, Белорет, Учалы ҡалаларында. Уларға райондарҙың алыҫ урынлашҡан ауылдарынан сүп-сар ташыу ҡиммәткә төшә, шуға ла урындарҙа тейәү-бушатыу станциялары йыһазландырырға ҡарар ителгән.

Әлеге ваҡытта “Эко-Сити” белгестәре урын¬дағы хакимиәт башлыҡтары менән һөйләшеүҙәр алып бара, станциялар өсөн төрлө райондарҙа 17 урын билдәләнәсәк, был сүп-сарҙы тиҙ арала йыйырға булышлыҡ итәсәк.

Билдәле булыуынса, 2019 йылдың 1 ғинуа¬рынан Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәре лә “сүп-сар реформаһы”н башлаясаҡ, уға ярашлы, ҡаты көн-күреш ҡалдыҡтары сығарыу, эшкәртеү махсус¬лашҡан төбәк операторҙарына йөкмәтеләсәк.
Читайте нас: