Дим буйҙары
+25 °С
Ясно
Баш
Чув
Тат
Рус
Общие статьи
1 Октября 2018, 17:38
Алма ҡайнатмаһы
Ҡайнатҡанда иҙелмәһен өсөн, Антоновка алмаһын башта 20-30 минут сәй содаһы иретмәһенә (1 литр һыуға 2 бал ҡалағы сода алына) һалып тоторға кәңәш ителә.
Алмаларҙың ҡабығын әрсеп үҙәген алғас, телемләп турайҙар. Һуңынан сироп әҙерләп, әҙер алмаларға ҡоялар. 3-4 сәғәт шулай тотҡандан һуң, алмаларҙы шул уҡ сиропта үтә күренмәле булғансы ҡайнаталар. Әгәр алмаларҙың ҡайһы берҙәре башҡа киҫәктәрҙән элегерәк өлгөрһә, уларҙы ҡалаҡ менән һаҡ ҡына һайлап алып, ҡалғандары тамам әҙер булғансы ҡайнатырға кәрәк.
Артабан алмаларҙы таҙа һыуҙа йыуып, өҫтөнә сироп ҡойорға кәрәк. Йыуғас антоновка сортлы алмаға сироп урынына шәкәр ҡомо һалырға ла мөмкин, шәкәр һипкән килеш 3-4 сәғәт тотҡандан һуң, варенье әҙер булғансы ҡайнатырға кәрәк (был осраҡта вареньеға һыу һалынмай).
1 килограмм алмаға 1-1, 3 килограмм шәкәр һәм 3/4 стакан һыу алы
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
10 Июля , 08:04
Ауыл фельдшеры – халыҡ терәге
Общие статьи
9 Июля , 15:30
Урамдарға тротуар һалына, асфальт түшәлә
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"