

Бишбүләк ауылы халҡы hәм ҡунаҡтары бөгөн төп майҙанда hәм Еңеү урамында актив эш барыуын ҡыҙыҡһынып күҙәтәләр. Бында тиҙ темпта ремонт-төҙөлөш эштәре алып барыла, был райондың иң эре тораҡ пунктын төҙөкләндереү буйынса күләмле проекттың бер өлөшө булып тора. Yтеп барыусылар, машиналағылар һәм бик күп офистарға hәм һатыу нөктәләренә барыусылар, район үҙәгенә килеүселәр эштәрҙең йылдам барыуын билдәләп үтәләр.
— Бишбүләктәге тротуарҙарға брусчатка hәм асфальт йәйеү буйынса барлыҡ төҙөлөш эштәренә Бәләбәй ҡалаһынан «Бeлeбeйстройсервис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт төҙөлөш ойошмаһының төрлө бәләкәй һәм ҙур төҙөлөш предприятиелары hәм бригадалары йәлеп ителгән, — ти предприятие прорабы Илмир Илһам улы Йосопов. — Шәхси эшҡыуар Сергей Константинович Солдатовтың Үҙәк урамдан Еңеү урамы буйлап район үҙәгенең төп майҙанына ҡәҙәр бара торған тротуар өҫтөн капиталь ремонтлау менән шөғөлләнеүсе мобиль төҙөлөш бригадаһын ыңғай яҡтан билдәләп үтәм. Бригада менән тәжрибәле мастер Карлен Аветисян етәкселек итә. Унда, әйтергә кәрәк, иртәнән алып кискә ҡәҙәр ялһыҙ алты хеҙмәткәр бик тырышып эшләй. Улар иҫке асфальт япмаһын тулыһынса алып, балсыҡты планировкалауҙы яңынан башлап, цемент-бетон нигеҙенә бордюр плиталар һала башланылар. Параллель рәүештә асфальт һалыу өсөн ҡом-гравий hәм ҡырсынташ ҡатнашмаһынан «мендәр» әҙерләйҙәр.
Асфальт йәйелгән тротуар тигеҙ таҫма булып 400 метрҙан артыҡ һуҙыласаҡ. Автомобилдәр ҡуйыу өсөн парковка урындары ла киңәйтеләсәк. Бында офис hәм сауҙа биналары тулы бит. Тротуар йәйеүселәр эште яҡшы сифатлы итеп тиҙ арала тамамларға вәғәҙә итәләр.
Владимир СМОЛОВ.
Автор фотоһы.