Дим буйҙары
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Октябрь 2018, 19:58

Флюорография тураһында онотмағыҙ!

Флюорография процедураһы ул — Рәсәй Федерацияһының барлыҡ граждандарына ҡағылыусы йыл һайын үткәрелә үткәрелә торған кәрәкле әйбер

Флюорография үтеү тураһында белешмәне бала табыу йортонда ла, медицина тикшереүе үткәндә, санитар кенәгәһе алғанда, эшкә урынлашҡанда, юғары уҡыу йортона уҡырға ингәндә, водитель хоҡуғы алғанда ла h.б. кәрәк. Ни өсөн флюорография тикшереүе шул ҡәҙәр мөhим һуң? Эш шунда, флюорография диагностикаһыныn иң мөhим бурыстарының береһе — туберкулез менән ауырыуҙы асыҡлау.

Туберкулез — хәүефле инфекция, уның мәкерлеге ауырыуҙың башланғыс формаларының йәшеренлегендә сағыла. Аҙ ғына йүтәл, дөрөҫөрәге, йүтәлләү кешелә шик тыуҙырмай. Айырыуса, температура 1 - 1,5 градусҡа күтәрелгәндә. Әлеге осраҡта диагностиканан башҡа ауырыуҙы иртә этаптарында асыҡлап булмай. Флюорография ғына туберкулез ауырыуы булыу-булмауын раҫлай ала.

Флюорография һүрәтенә нисек аңлатма яһала? Әгәр флюорография норма булараҡ күренһә, был пациенттың һулыш юлдарының бик яҡшы хәлдә икәнен күрһәтә. Төп хәүфте флюорографиялағы ҡара таптар тәшкил итә, сөнки улар пациенттың һулыш алыу юлдарының мөмкин булған ауырыуҙары тураһында һөйләй, улар һаулыҡҡҡа хәүефле һәм ғүмер өсөн ҡурҡыныс: туберкулез, онкология ауырыуҙары, яман шеш, хроник бронхит йәки пневмония һөҙөмтәһендә патологик үҙгәрештәр, лимфатик төйөндәрҙең ҙурайыуы, йөрәктең hәм һөйәк скелетының ҡайһы бер ауырыуҙары.

Туберкулезды профилактикалау — әлеге инфекция менән көрәштә кәрәкле сараларһың иң мөһим бурысы. Медицина хеҙмәткәрҙәре халыҡты флюорография тикшереүенә йәлеп итеү өсөн көс һала. Район халҡын тикшереү өсөн күсмә флюорография ойошторолған.

Хөрмәтле район халҡы! Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, флюорография ул — туберкулезды иртә асыҡлау юлы, һеҙҙең һаулығығыҙҙың дәлиле. Флюорография тикшереүе үтегеҙ. Беҙҙең арала флюорография тикшереүен ике йылдан, хатта өс йылдан артыҡ үтәмәгән кешеләр йәшәй. Yҙ һаулығығыҙға hәм яҡындарығыҙҙың һаулығына, шулай уҡ әйләнә-тирәгеҙҙәге кешеләрҙең һаулығына яуаплы булығыҙ!

Мансур НАСРЫЕВ,

Район үҙәк дауаханаһының табип-фтизиатры.
Читайте нас: