Дим буйҙары
-17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Октябрь 2018, 17:05

Тыуған төйәкте данлап

Башҡортостан халҡын “Тыуған төйәк тәбиғәте” Бөтә Рәсәй балалар ижады һәм “Рәсәйҙең экологик урындары” фотографиялар конкурстарында ҡатнашырға саҡыралар. Бәйгеләрҙең ойоштороусыһы булып “Содействие” төбәк йәмәғәт ойошмаһы һәм Эко2018.рф интернет-порталы сығыш яһай.

Бындай конкурстар тәүге тапҡыр былтыр Федерация Советы ҡарарына ярашлы үткәрелгәйне. Унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 22 меңдән ашыу ижади эш ҡабул ителде. Еңеүселәргә бүләктәрҙе Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко тапшырҙы.

Быйылғы конкурстар Ирекмәндәр йылына арнала. “Тыуған төйәк тәбиғәте” Бөтә Рәсәй балалар ижады конкурсында 7 йәштән 18 йәшкәсә балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнаша ала. Эштәр 15 сентябрҙән 15 ноябргә тиклем электрон вариантта www.эко2018.рф сайтында ҡабул ителә. Еңеүселәр өс йәш төркөмө – 7-9, 10-14, 15-18 йәшлектәр араһында айырым билдәләнә. Конкурс балалар һәм үҫмерҙәрҙә экология мәсьәләләренә ҡыҙыҡһыныу арттырыуҙы, йәш быуында экологик мәҙәниәт тәрбиәләүҙе, Рәсәйҙең тәбиғи мираҫын һаҡлауҙы маҡсат итеп ҡуя.

“Рәсәйҙең экологик урындары” фотографиялар конкурстарында 7 йәштән 99 йәшкәсә теләге булған һәр кем ҡатнашыу хоҡуғына эйә. Был конкурсҡа ла эштәрҙе 15 ноябргәсә www.эко2018.рф сайтына ебәрергә кәрәк. Конкурс эштәренең темалары – тыуған төйәк ҡурсаулыҡтары, яратҡан тәбиғәт мөйөштәре, тәбиғәт һәйкәлдәре, экология һәм ирекмәнлек саралары.

Ике конкурсҡа ла 1 декабрҙә йомғаҡ яһалып, еңеүселәр иғлан ителәсәк.