Дим буйҙары
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Октябрь 2018, 12:53

Илдең бәҫе – мәғарифтың көсөндә

“…Һин, уҡытыусым, шундай наҙлап Ҡараның күҙҙәремә, Һүнмәҫлек ҙур дәрттәр бирҙең Бәләкәс йөрәгемә”.Олуғ Мостай Кәримдең “Уҡытыусыма” тигән шиғыры, йыл артынан йыл үтеүенә, быуаттың артта ҡалыуына ҡарамаҫтан, һаман да көнүҙәк булып яңғырай, күңелдәргә үтеп инә, һағышландыра, уйландыра...

Эйе, уҡытыусы абруйы һәр заманда ла юғары булып ҡала. Мәғариф өлкәһенә ниндәй генә заман технологиялары индерел­мәһен, бала янында остаз булыуы, уны аңлауы, дөрөҫ йүнәлеш биреүе мөһим.

Мәғлүм булыуынса, илдең мәғариф министры Ольга Васильева ошо вазифала эш баш­лаған сағында уҡ белем биреүҙә төп кешенең уҡытыусы булыуы хаҡында белдерҙе. Был фекер менән риза булмағандар ҙа табылды, әлбиттә. Әйтеүҙәренсә, мәктәптә төп кеше – уҡыусы, мәғариф учреждениелары уның өсөн төҙөлә. Ә министр быны инҡар итмәне, шул уҡ ваҡытта мәсьәләгә икенсе фекер өҫтәне: уҡытыусының абруйын, статусын күтәрмәйенсә тороп, илде үҫтерә, күңелдәрҙә берҙәм Рәсәй рухы тәрбиәләй алмаясаҡбыҙ. Педагог үҙен һөнәр оҫтаһы тип танымай, йәмғиәттең ихтирамын тоймай икән, халҡыбыҙҙы нығыраҡ берләштереү, дәүләтебеҙҙең нигеҙен тағы ла нығытыу, бөгөнгө хәл итәһе мәсьәләләрҙе яйға һалыу мөмкин булмаясаҡ.

Уҡытыусының хеҙмәте баһа­ла­нырға тейеш. Һуңғы йылдарҙа был йәһәттән илебеҙҙә, респуб­ликабыҙҙа маҡсатлы эштәр алып барыла. Хеҙмәт хаҡының тото­роҡ­ло үҫеүе, төрлө социаль программалар, һөнәри конкурстар, гранттар... Мәғарифҡа йәштәрҙе йәлеп итеү өсөн айырым дәртләндереү саралары бар, улар йылдан-йыл арта. Бындай мөмкинлек, әлбиттә, белем биреү өлкәһенә көслө затты ла йәлеп итә башланы. Әйҙәүсе көс ир-ат икән, һис шикһеҙ, ышаныслыраҡ: мәғарифтың яҡты киләсәгенә өмөт арта.

Белем усағы – изгеләрҙән-изге йорт. Унда киләсәгебеҙ тәрбиә­ләнә. Тимәк, донъяла үҙ урыны­быҙҙы һаҡларға, тамырҙары­быҙ­ҙы ҡоротмаҫҡа, илебеҙҙе үҫте­рергә, көс-ҡеүәтен арттырырға теләйбеҙ икән, мәктәптәребеҙҙе ҡәҙерләп тоторға, “ел-ямғыр” тей­ҙермәҫкә бурыслыбыҙ. Биналар­ҙың төҙөклөгөн хәстәрләү ҙә зарур. Был йәһәттән һуңғы осорҙа, айырыуса Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан республика­быҙҙа ҙур эштәр башҡарылыуы һөйөнөслө: “100 йыллыҡҡа – 100 объект” программаһы буйынса төбәгебеҙҙең байтаҡ райондарында мәктәптәр, балалар баҡсалары төҙөлә, заман талаптарына ярашлы яңыртыла, ремонтлана. Был, әлбиттә, бала­ларға, ата-әсәләргә генә түгел, уҡытыусылар өсөн дә ҙур ҡыуа­ныс. Төҙөк, матур, ҡупшы бинала эшләү кемдең генә күңелен күтәрмәһен! Яңы үрҙәргә этәргес, дәрт-дарман, юғары ҡаҙаныштар нигеҙе был.

Алда әйтелгәнсә, мәғариф ни ҡәҙәр генә замансалаш­тырыл­маһын, уҡытыусынан тыш алға китә алмай. Алдынғы техника янында ла һәр саҡ аралашыу булырға тейеш. Остаз юҡ икән, ышаныслы киләсәк тә юҡ. Был хәҡиҡәтте халҡыбыҙ элек-электән тәрән аңлаған. Урамдан үтеп барғанда мөғәллимгә кәпәс һалып сәләм биргән ата-бабабыҙ. Ошо тәрбиәне бөгөн дә дауам итеү, ки­ләсәгебеҙҙе үҫтергән педагогик йәмғиәткә оло ихтирам менән ҡа­рау зарур. Уҡытыусыһы хөрмәт­ле булған ил – иң ҡеүәтлеһе, тигән мәғәнәлә фекер әйткән аҡыл эйәләре. Үҙенең хеҙмәтен генә башҡармай, йәмәғәт эштәрендә һәр саҡ алда йөрөгән, мөһим сараларҙың уртаһында ҡайнаған, төрлө йәһәттән пропаганда алып барған, шул иҫәптән милли матбуғаттың баһаһын күтәреүҙә, уны таратыуҙа төп көс булған педагогтарҙың ҡәҙерен белеү, уларҙың бәҫен арттырыу – дәүләттең дә, йәмғиәттең дә оло бурысы.

Байрамығыҙ менән, хөрмәтле уҡытыусылар!

Автор: И. МӨХӘМӘТОВ
Читайте нас: