Дим буйҙары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Октябрь 2018, 21:56

Барыһы ла бәшмәктәр тураһында

Бәшмәктәр – аҡһымдарҙың ҡиммәтле сығанағы һәм, шуның менән бергә, уларҙа бөтөнләй холестерин юҡ. Аҡһымдар һәм углеводтарҙан тыш, бәшмәктәр В1, В2, D витаминдарына, селен, калий һәм антиоксиданттарға бай.

Бәшмәксенең хәтер янсығына

• Бәшмәктең иң күп осоро – август уртаһынан алып сентябрь уртаһына тиклем. Йыйыу өсөн иң яҡшы мәл – таңдан алып сәғәт 10-11-гә ҡәҙәр.

• Үҙегеҙ белгән бәшмәктәрҙе генә йыйырға кәрәк. Ҡарт, артыҡ өлгөргән йәки билдәләре асыҡ күренмәгән үтә йәш, шулай уҡ автомобиль юлдарына яҡын үҫкән бәшмәктәрҙе йыймағыҙ. Ҡоролоҡ ваҡытында йыйылған бәшмәктәр ҙә ҡурҡыныслы: эҫелә уларҙа матдәләр алмашыныуы үҙгәрә, һәм ағыулы матдәләр-ҙе туплайҙар.

• Бәшмәктәрҙе кәрзингә йыйыу яҡшыраҡ – унда улар боҙолмай, һынмай һәм иҙелмәй. Һары бәшмәктәр һәм баллы бәшмәктәрҙе тоҡҡа йыйырға була. Ҡалай һәм пластмасс биҙрәләр-ҙә бәшмәктәр насар һаҡлана.

• Ағыулы бәшмәктәрҙе ҡулығыҙға алмағыҙ.

• Ағыулы булмаһа ла, бәшмәк менән ағыуланырға мөмкин булыуын күҙ уңында тотоғоҙ. Ағыуланмаҫ өсөн, сей бәшмәкте ашап ҡарамағыҙ. Һайлап алынғандарын яҡшылап йыуығыҙ, 1-2 сәғәт ябай һыуҙа тотоғоҙ, ағыулы матдәләрен күберәк алып ташлау өсөн һыуҙы ваҡыты-ваҡыты менән алмаштырып тороғоҙ һәм өс тапҡыр тоҙло һыуҙа 30 минут буйы бешерегеҙ. Әҙер бәшмәкле ризыҡты һалҡын урында эмалле һауытта тәүлектән дә артыҡ һаҡламағыҙ.

Бәшмәктәр тураһындағы мифтар. Уларға ни тиклем ышанырға мөмкин?

Ағыулы бәшмәктәрҙең еҫе насар, ә ашарға яраҡлыларының – тәмле. Үлемесле ағыуға эйә бәшмәктең еҫе шампиньондың еҫе кеүек үк, ә ҡарт ағыулы бәшмәктәр хуш еҫле булып китә.

Әгәр бәшмәк бешергәндә һуған менән һарымһаҡ ҡарайһа – бәшмәктәр ағыулы. Һуған менән һарымһаҡ ағыулы бәшмәктәр кеүек үк, ашарға яраҡлы бәшмәктәрҙе бешергәндә лә ҡарайыр-ға мөмкин. Был уларҙа аминокислотаны тарҡатыусы тирозиндың булыу-булмауына бәйле.

Алкоголь ағыулы бәшмәктәрҙе зарарһыҙландыра. Киреһенсә шул! Ашҡаҙан-эсәк юлы тарафынан үҙләштерелмәгән ҡур-ҡыныс ағыулы бәшмәктәр бар. Ләкин алкоголь ҡулланған ваҡытта уларҙың һеңдерелеү үҙенсәлеге көсәйә һәм 30 минуттан ашҡаҙан ауырта, эс китә, ҡоҫтора башлай. 2-4 сәғәттән организмдың бөтә функциялары ла тергеҙелә. Әммә ҡабатлап алкоголь ҡулланғанда, яңынан ағыуланыу билдәләре барлыҡҡа килә.

Бөтә бәшмәктәр ҙә ағыуҙарҙы һәм башҡа зарарлы матдәләрҙе бер төрлө туплай. Өлөшләтә был дөрөҫ, шуға күрә һис бер осраҡта ла бәшмәктәрҙе юл буйынан йыйырға ярамай. Ләкин уларҙың араһында ҡай берәүҙәре ағыулы матдәләрҙе күберәк туплай.

Ағыуланыу билдәләре

Улар ашағандан һуң бер сәғәттән барлыҡҡа килә: күңел болғаныу, эс ауыртыу, ҡоҫоу, эс китеү. Ауыр осраҡтарҙа баш ауырта, температура күтәрелә, тартышыу башлана. Бауыр һәм бөйөрҙәрҙе зарарлаусы бәшмәктәр ағыуының тәьҫире тик 8-48 сәғәттән генә күренә – ул күңел болғаныу, ҡоҫоу, эстең ҡаты ауыртыуы, хәлһеҙлек, тартышыу. Мухомор һәм иблес бәшмәге (сатанинский гриб) менән ағыуланғанда һаташыу һәм галлюцинациялар булыуы ихтимал.

Тәүге ярҙам

Борсоулы сигналдар булғанда, инструкцияға ярашлы эш итергә кәрәк.

• Тиҙ ярҙам саҡыртырға. Түшәк режимын һаҡларға.

• Табип килгәнсе ваҡ-ваҡ йотомдар менән 4-5 стакан ҡайнаған һыу йәки марганцовканың көсһөҙ иретмәһен эсергә.

• Тел төбөнә ҡалаҡ һабы йәки бармаҡ менән баҫып, яһалма ҡоҫорға. Быны бер нисә тапҡыр ҡабатларға. Әгәр ағыуланыу былай ҙа ҡоҫторһа, ул саҡта өҫтәмә рәүештә яһалма ҡоҫоу кәрәкмәй.

• Ағыуҙы эсәктәрҙән сығарыу өсөн сорбент (10 төймә әүҙем күмер йәки 1 аш ҡалағы энтеросгель) эсергә. Шуларға өҫтәп аҡ сәскә (ромашка) төнәтмәһе менән клизма яһарға мөмкин.
Читайте нас: