Дим буйҙары
-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Октябрь 2018, 21:45

“Зыянлы” файҙалылар

Майонез һимертә, ҡәһүә йөрәккә насар тәьҫир итә, туңдырма теште боҙа, тигән иҫкәртеүҙәрҙе йыш ишетәбеҙ. Ошондай “ярамай” исемлегенә индерелгән аҙыҡ-түлек ысынлап та тотошлай зарарлымы икән, тикшереп ҡарайыҡ.

Майонез

Әлбиттә, һүҙ байрамдарҙа турамаларҙы “йөҙҙөргән” ризыҡ түгел, ә өйҙә үҙең әҙерләгән майонез хаҡында бара. Тәүгеһе иһә зыянлы һәм файҙаһыҙ аҙыҡ-түлектәр араһында беренсе урында килһә, өйҙә яһалған соустың ыңғай яҡтары күп кенә, сөнки унда А, Д, Е, К, ПП, С витаминдары, иммунитетты нығытҡан, матдәләр алмашыуын көйләгән В витаминдары төркөмө бар. Быларҙың сығанағы – майонездағы май менән йомортҡа. Шулай уҡ йомортҡа ағындағы аминокислоталар, зәйтүн майы сәләмәтлек өсөн бик кәрәк.

Макарон

Болоньезе, карбонара пасталары, сыр ҡушылған макаронға йәше лә, ҡарты ла “ҡуй” тимәй. Сәләмәт тормош яҡлылар бер туҡтауһыҙ ошо ризыҡ менән генә туҡланыуҙы үҙһенмәй, тик шул уҡ ваҡытта калориялар макарондың үҙендә түгел, уға ҡушып әҙерләнгән майлы, ҡатмарлы соустарҙа икәнлеген дә оноторға ярамай. Бары тик бойҙайҙың ҡаты сортынан яһалғанына өҫтөнлөк биреү зарур. Ундағы ҡатмарлы углеводтар, яй эшкәртелеү сәбәпле, асығыу тойғоһон баҫа. Йоҡоно һәм кәйефте яҡшыртҡан триптофан да фәҡәт макаронда була, ә ундағы күҙәнәклек организмдан шлактарҙы сығара.

Сифатлы булһа, кәрәгенән артыҡ ашалмаһа, икмәккә һылап һыйланған тәмлекәстә Д, А, Е, С, Б витаминдары, кальций, фосфолипидтар һәм аминокислоталар байтаҡ. Улар һаулыҡты нығытыу өсөн ярҙам ғына булыр.

Ҡәһүә

Был сетерекле эсемлекте яҡлаусылар­ҙың да, кире ҡағыусыларҙың да һаны тигеҙ тиерлек. Ҡәһүәнең тәьҫире кешенең сәләмәтлек торошонан сығып баһалана, шулай ҙа ыңғай сифаттары ла юҡ түгел.

Кофеин, мәҫәлән, мейеләге ҡан әйләнешен яҡшырта, стресҡа ҡаршы көрәшә, эшкә һәләтлелекте арттыра. Һуңғы тикшеренеүҙәргә ярашлы, көнөнә бер-ике сынаяҡ ҡәһүә эсеү бауырҙағы, ашҡаҙан аҫты биҙендәге, тура һәм йыуан эсәктәге яман шештән аралай. Шулай уҡ ҡурылдай быумаһы һәм гипертензия булдырмаҫҡа ярҙам итә. Ҡәһүә тире торошона ыңғай тәьҫире яһай, уны ҡартайтмауға булышлыҡ итә. Әммә был эсемлекте самаһынан артыҡ ҡулланмағыҙ.

Туңдырма

Ябығырға телә­гән­дәрҙең “дошманы” булған тәмле­кәс әллә ни зарарлы түгел. Уның сифатлы һөт­тән йә ҡаймаҡтан әҙер­ләнгәне нервы көсөргәнешенән дә арындыра, тынысландыра ла. Файҙалы туңдырма айыртылмаған һөт­тән яһала, составында үҫемлек майҙары, буяуҙар, консерванттар булмай. Тәмлекәстең ҡуйылығы ни тиклем аҙ, ундағы шәкәр шул тиклем күберәк, тигәнде аңлата. Был иһә сәләмәтлек өсөн яҡшы түгел.

Г. ҒӘБИТОВА әҙерләне.