Гөл үҫеп ултырған һауыттарҙы бер ҙә кәрәкмәгәнгә йыш алмаштырмағыҙ, сөнки гөлдөң япраҡтары яҡтыға борола, шуның өсөн дә уларҙы йыш алыштырып торһаң, зәғиф булып үҫеүе ихтимал. Әгәр гөл сүлмәгендәге тупраҡ артыҡ кибеп, ярылып бөтһә, уға тиҙ генә бысҡы вағы йәки ҡом һалығыҙ.
Бүлмә гөлдәренә һыуҙы артыҡ күп һибә күрмәгеҙ. Һыу һибеп ике-өс сәғәт ваҡыт үткәс, сүлмәк төбөнә ҡуйылған һауытҡа йыйылған һыуҙы түгегеҙ, юғиһә, гөлдөң тамыры сереүе бар.
Үҙәктән йылытылған йорттарҙа бүлмәләр кәрәгенән артыҡ ҡоро булһа, гөлдәргә айға бер тапҡыр һөт һалығыҙ.
Фикустың япраҡтары ялтырап, йәм-йәшел булып торһон тиһәң, гөлдөң үҙәге менән тамыры тоташҡан урынға бер бал ҡалаҡ кастор майы һибегеҙ.
Гөлдәр йылылыҡ бүлеп сығарған әйберҙәрҙән йырағыраҡ торорға тейеш. Үтә өргән ел, томан һәм тәмәке төтөнө лә уларға зарарлы.
Балсыҡтан эшләнгән һауытҡа гөл ултыртыр алдынан уны тәүлек буйы һыуҙа тоторға кәрәк.