Дим буйҙары
+10 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
Общие статьи
12 Октября 2018, 09:40
Күҙ нурын һаҡлағыҙ
Хәҙерге заманда компьютерһыҙ, планшетһыҙ, смартфонһыҙ йәшәүҙе күҙ алдына килтереп булмай. Кешеләр күп ваҡытын ошо гаджеттар менән үткәрә. Транспортта барғанда ла, урамда йөрөгәндә лә, уҡығанда ла йәштәр уларҙы ҡулдан төшөрмәй.
Добавить в предпочтительные источники Google
Мәғлүмәт менән танышҡанда, ҡыҙыҡлы фильм ҡарағанда йәки социаль селтәрҙәрҙә ултырғанда кеше иҫ киткес ҙур көсөргәнеш кисерә. Айырыуса күреү һәләтенә зыян килеүе бар. Әгәр ҙә ошо ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәһәгеҙ, гаджеттарҙы йыш ҡулланған осраҡта ла, күҙҙәрегеҙҙең сәләмәтлеген һаҡлап ҡала алаһығыҙ, ти белгестәр.
Беренсенән, транспортта хәрәкәт иткәндә, яҡтылыҡ етешмәгәндә смартфондарҙан файҙаланмағыҙ, бары музыка тыңлап барыуығыҙ хәйерле.
Икенсенән, күҙҙәр менән гаджет араһы яҡынса 30 сантиметр тирәһе булырға тейеш.
Өсөнсөнән, смартфондың яҡтылығын һәм шрифттарҙың ҙурлығын дөрөҫ көйләү мөһим. Тексты һеҙ күҙ мускулдарына көсөргәнеш төшөрмәйенсә уҡырға тейешһегеҙ.
Дүртенсенән, тоноҡ һаҡлағыс пленканы ҡулланыу күҙҙәрҙе яҡты нур шәлкеменән һаҡлар.
Бишенсенән, дөрөҫ туҡланығыҙ. А витамины күп тупланған аҙыҡ-түлек — балыҡ, йомортҡа, ҡара көртмәле — күреү һәләтенә яҡшы тәьҫир итеүсән.
Смартфондарҙы дөрөҫ һайлай белеү, ышаныслы етештереүселәрҙән һатып алыу хәүефһеҙлекте гарантиялай.
Күҙҙәрҙе ял иттереү өсөн ябай ғына күнегеүҙәр ҙә ярҙам итер. Электрон ҡорамалдарҙа эш барышында ярты сәғәт һайын күҙ ҡарашығыҙҙы тәҙрәгә төбәп ял иттереп алығыҙ. Күҙҙәрегеҙҙе йомған килеш ҡарашығыҙҙы төрлө яҡҡа йүнәлтеү ҙә сәләмәтлекте һаҡлауға булышыр.
Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА әҙерләне
Читайте нас
вк
Редакция һайлауы
МӘҘӘНИӘТ
30 Сентября , 18:29
Аҙнай мәҙәниәт йортонда башҡорт халҡының туй йолалары ҡабат тергеҙелде
Общие статьи
30 Сентября , 06:06
Күркәм ғаилә - ауыл биҙәге
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"