Был көндөң маҡсаты – ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының еңелдән булмаған хәленә иғтибарҙы йүнәлтеү, шулай уҡ уларҙың аҙыҡ-түлек һәм сәнәғәт индустрияһына индергән хеҙмәт өлөшөн лайыҡлы баһалау, тип әйтелә ошо туралағы документтарҙа. Ысынлап та, бөгөнгө көндә ауылда йәшәү – үҙе бер батырлыҡ, тип әйтер инем мин. Бөтөн донъя ҡатын-ҡыҙҙарының сирек өлөштән ашыуы ауыл ерҙәрендә йәшәй. Ҡала халҡын аҙыҡ-түлек һәм үҫемлекселек сеймалы менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеп тороу мәсьәләһе улар ҡулына ҡалдырылған. Уйлап ҡараһаң, улар етештергән ит, һөт, икмәк, йәшелсә-емеш һәм башҡа төр аҙыҡ-түлек менән магазин кәштәләре көн дә тулып тора. Ошо факт ҡына ла ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының хеҙмәт ҡаһарманлығы тураһында һөйләмәйме ни? Бынан тыш, улар бөткөһөҙ йорт хужалығы мәшәҡәттәре, ғаилә ҡарау хәстәрлектәре менән дә мәшғүл. Ҡатын-ҡыҙ ҡулы теймәгән, уның әсәлек наҙынан мәхрүм йортта тормош та һүнә, ҡотһоҙлоҡ хөкөм һөрә. Ҡояшыбыҙ кеүек көләс, Еребеҙ кеүек йомарт, фәрештәләй изге йөрәкле ҡатындар тотоп тора барыбер ҙә ауыл тормошон (ир-егеттәр бер үк үпкәләмәһен). Юҡҡа ғынамы ни, туйындырыусы ла, һыйындырыусы ла еребеҙҙе, ололоҡлап, Ер-әсә, тибеҙ… Элгәрерәк тә, техника үҫешкән бөгөнгө заманда ла ауыл ҡатын-ҡыҙы образы Ер-әсәбеҙҙән айырылғыһыҙ. Дәһшәтле һуғыш йылдарында ауыл ҡатындары һабан артына баҫып, бураҙна ярҙы, тылда төп кеше булып, бөтөн фронтты аҫыраны. Ә колхоз-совхоз йылдарын иҫкә төшөрһәк? Тотош ауыл хеҙмәтсәндәренең фиҙаҡәрлеге, ҡаһарманлығы булып балҡыны ул саҡтағы хеҙмәт йондоҙҙарыбыҙ. Легендар яҙмышлы Банат Батырова, Гәүһәр Фәйзуллина, Эльвира Гулина, Фира Ниғмәтуллина, ауыл уҡытыусыһы Хәнифә Искәндәрова һәм башҡа бик күптәрҙең исемдәре һаман да хәтерҙә. Бөгөн дә бар ундайҙар. Колхоздар бөтөрөлһә лә, ауыл хужалығы етештереүселәренең хеҙмәтен элеккесә күтәрмәләп, бик данлап бармаһалар ҙа, тормош дауам итә. Уңған ауыл һылыуҙары бөгөн дә һыйыр һауа, сөгөлдөр үҫтерә, эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнә. Был бурысты бер кем дә төшөрмәне улар иңенән. Ул ғына ла түгел, икмәк менән генә туҡ булып булмай, тигәндәй, ауылдың рухиәт торошо ла ана шул уңған, өлгөр, талантлы ҡатын-ҡыҙ хәстәрендә. Шуныһы шатлыҡлы: һуңғы йылдарҙа улар тырышлығы менән ауылдарыбыҙ рухи күтәрелеш осоро кисерә: ағинәйҙәр хәрәкәте ауыл тормошона өр-яңы һулыш өҫтәне. Бирһен Хоҙай, үҙ еребеҙҙә ана шундай ысын хужабикәләр барҙа, йәшәр, сәскә атыр ауылдарыбыҙ ҙа.