Дим буйҙары
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Октябрь 2018, 17:47

Тауыҡ ите менән запеканка

Был еңелсә генә ашты бешереү өсөн һуған, һарымһаҡ, татлы борос, тауыҡ ите, томат пастаһы, помидор, сыр, он, ҡаймаҡ, тоҙ, борос һәм тәмләткестәр кәрәк.

Иң беренсе һуғанды турап, һарымһаҡты ваҡлап майлы табала ҡыҙҙырып алығыҙ. Бер аҙҙан уға тураҡланған татлы боросто өҫтәгеҙ. Ҡыҙҙырылған был йәшелсәләрҙе мейескә ҡуя торған икенсе майлы табағыҙға һалығыҙ.

Артабан ваҡлап туралған тауыҡ итен тоҙлап, борослап ҡыҙҙырығыҙ. Әҙер булды тигәндә генә 1 аш ҡалағы томат пастаһы ҡушып болғарға. Әҙер массаны йәшелсәләр өҫтөнә һалығыҙ.

Йәнә бер табала 25 грамм аҡ майҙы иретеп, уға 1 сәй ҡалағы он һәм 120 мл ҡаймаҡ ҡушып болғай-болғай ҡыҙҙырып алырға. Уны ҡыҙҙырылған йәшелсә һәм тауыҡ ите өҫтөнә ҡойоғоҙ ҙа 15 минутҡа мейескә оҙатығыҙ. Уны мейестән алғас, ике помидорҙы йоҡа ғына итеп ҡырҡып өҫтөнә теҙеп һалығыҙ. Тоҙ, борос, тәмләткестәр һибеп, 70 грамм сырҙы ҡырғыстан үткәреп һибегеҙ ҙә йәнә мейескә оҙатығыҙ. 5 минуттан запеканка әҙер.
Читайте нас: