Дим буйҙары
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Октябрь 2018, 13:04

Армия “интеллигент”тары

Хәрби элемтәсе көнө, Русия Федерацияһы Президентының 2006 йылдың 31 майында сыҡҡан указына ярашлы, һәр йылдың 20 октябрендә билдәләнә.

Тарихтан билдәле булыуынса, йәш Совет республикаһында 1919 йылдың 20 октябрендә махсуслаштырылған Элемтә ғәскәрҙәре ойошторола. Хәрби элемтәселәр алдына ҡуйылған төп бурыстарҙың береһе булып частәрҙең командалыҡ составы һәм уларға буйһоноусы хәрбиҙәр араһында ышаныслы телефон, телеграф элемтәһе булдырыу тора.

Ғәскәрҙәрҙәге элемтә саралары шаҡтай күп төрлө. Элек, мәҫәлән, идара итеүҙә хәтта ут яҡтыһы ла ҡулланылған. Сигналдар төҫлө фонарҙар ярҙамында бирелгән. Хәҙерге осорҙа иһә элемтәлә өөтөнлөктө заманса радио һәм телефон аппаратуралары алып тора. Сигналдар тапшырылғанда, әлбиттә, йәшерен сер саралары ҡулланыла.

Элемтәне армиянең “нерв ебе” тип йөрөтәләр. Ғөмүмән, элемтәнең ныҡлы һәм ышаныслы булыуы һөҙөмтәһендә Бөйөк Ватан һуғышында Совет ғәскәрҙәре Курск, Сталинград алыштарында еңеп сыҡты. Ҡораллы Көстәрҙең бөгөнгө үҫешендә Элемтә ғәскәрҙәре матди-техник яҡтан иң яҡшы тәьмин ителгән һанала, элемтә сараларында заманса технологияләр һөҙөмтәле ҡулланыла.

Рәсәйҙең элемтә ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүселәрҙе хәрбиҙәр араһында “армия интеллигент”тары тип йөрөтәләр. Быныһы инде элемтәселәрҙең белем дәрәжәһе юғары булыу менән бәйле. Элегерәк, мәҫәлән, элемтә роталарына, башҡа подразделениеларға хеҙмәткә кәмендә урта белемле ир-егеттәр генә алынды.
Читайте нас: