Ҡыҙ ете йыл дауамында һауа торошон күҙәтә, тәбиғәт күренештәрен өйрәнә, температураны һәм яуым-төшөмдө теркәп бара, йыш ҡына уның фараздары дөрөҫкә сыға.
Күп кенә көҙгө һынамыштар күрһәтеүенсә, быйыл ҡыш һалҡын булмай, ти «халыҡ синоптигы».
«Көҙөн япраҡтар ҡойолоу тиҙ үтә икән, ҡыш ҡаты, оҙаҡ ҡойолмаһа, ҡыш ҡыҫҡа була, — тип һөйләне Наилә урындағы «Пульс-М» гәзитенә. — Хәҙер беҙ шуны күҙәтәбеҙ: тәүге ҡырау был аҙнала ғына төштө, ағастарҙың күбеһе йәшел».
Наилә фаразлауынса, Башҡортостанда һалҡындар тиҙ генә башланмай. Көҙҙөң оҙон һәм йылы булыуы көтөлә. Уңайлы һауа торошо 4 ноябргә тиклем дауам итә. Ноябрҙә ҡар ҡатыш ямғырҙар яуа. Ҡар ноябрь аҙағында йәки декабрь башында ғына ята. Ҡыҙҙың күҙәтеүҙәре буйынса, ҡыш көнө ҡыҫҡа ваҡытлы һыуыҡтар йылы һауа торошо менән алмашына. Яуым-төшөмдөң уртаса, ләкин уҙған йылға ҡарағанда күберәк булыуы көтөлә. Ғинуарҙа ҡыйыҡтан тамсы тамыуы кеүек күренештәр көтөлмәй.
Уҡыусы төбәктә климаттың үҙгәреүе тураһында ла һөйләй: «Йылдан-йыл һауа торошо бер айға күсә бара. Быйыл яҙ оҙайлы булды, июнь буйына тиерлек көндәр һалҡынса торҙо, ысын йәй июлдә генә башланды. Көҙ менән ҡыш та календарҙан күсә. Йыл һайын ҡар япмаһының тәрәнлеген үлсәйбеҙ һәм ҡышҡыһын яуым-төшөмдөң аҙ яуыуын күҙәтәбеҙ».
Ә бына Рәсәй Гидрометеорология үҙәгенең ҡышҡы айҙарға фараздары буйынса, республика биләмәһендә декабрҙең уҙған йылға ҡарағанда һалҡыныраҡ булыуы көтөлә, ғинуарҙа температура нормаға ярашлы фаразлана (-14,8 градус). Февралдә республиканың баш ҡалаһында уртаса 13,3 градус булыуы күҙаллана. Мартта былтырғыға ҡарағанда йылыраҡ була. Март айында Өфөлә уртаса айлыҡ һауа температураһы — 6 градус.