Бына шундай осраҡтарҙа һеҙгә хюгге ярҙамға килер. Ул күптән түгел Скандинавия илдәрендә барлыҡҡа килгән күренеш, йәм һәм уңайлылыҡ булдырыу, ҡәнәғәтлек алыу, тормоштоң ябай ғына шатлыҡтарын тойоу, шул мәл менән бәхетле булыу тигәнде аңлата.
“Хюгге” (“hygge”) һүҙе яҙма дат телендә XIX быуат башында барлыҡҡа килә, тура мәғәнәлә ул “именлек” тип тәржемә ителә. Күренеш булараҡ уның хаҡында Даниялағы Бәхетте тикшереү институтына нигеҙ һалыусы һәм уның етәксеһе Майк Викинг үҙенең “Хюгге. Даттарҙың бәхет серҙәре” китабында яҙып сыға.
Дат телендә “хюгге” һүҙе исем, ҡылым, сифат булараҡ ҡулланыла. Мәҫәлән, скандинавтар “йома кисе – ғаилә хюггеһы өсөн шәп ваҡыт” йә уңайлы, йылы ойоҡтарҙы “хюгге ойоҡтар” тип әйтеүе ихтимал. Майк Викинг билдәләүенсә, “хюггены яҙып аңлатып булмай, уны тойорға кәрәк”. Иң мөһиме – уны үҙ тормошоғоҙға индерегеҙ!
* Үҙең булған урында – өйҙә, эштә йәм булдырыу.
* Дуҫтарыңды, яҡындарыңды ҡунаҡҡа саҡырыу.
* Тәмле ризыҡтар ашау, бешеренеү.
* Әүҙем тормош алып барыу.
* Бәләкәй генә шатлыҡтарҙан йәм табыу.
* Күңелеңә ятҡан шөғөл, ижади эш менән булышыу.
* Һәр ғәмәлдә, хатта ҡәнәғәт булыуҙа ла сама белеү.
Ошо ябай ғына ҡағиҙәләр әллә күпме моңһоу көҙҙәрҙе, ыжғыр ҡыштарҙы еңел үткәрергә ярҙам итер. Һалҡын миҙгелдәрҙең үҙенсәлектәрен скандинавтар, рәсәйҙәр кеүек үк, бик яҡшы белә. Көҙҙөң матурлығын, сағыулығын, быҫҡаҡлап яуған ямғырҙарҙың да ҡабатланмаҫ моңон тойоп йәшәгеҙ!
Автор: Ғәлиә СӘЛИХОВА, психолог