Дим буйҙары
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
31 Октябрь 2018, 15:59

Розаларҙы туңдыра күрмәгеҙ!

Уларҙы ҡышҡа әҙерләүҙең үҙ серҙәре бар

Роза ҡыуаҡтарын бик иртә ябырға ярамай. Улар 5 градус һалҡынлыҡты ла яҡшы кисерә. Түбән температура сәскәләрҙе сыныҡтыра ғына.

Ҡыуаҡ төптәренә 10-15 сантиметр бейеклектә ҡоро субстрат — ҡом, ваҡ юнысҡы, ылыҫлы бысҡы сүбе ҡушылған япраҡ серемәһе өйөп сығырға кәрәк буласаҡ. Эш барышында розаларҙың ҡалған япраҡтарын өҙөргә һәм һабаҡтарын 50 сантиметр ҡалдырып киҫергә кәңәш ителә.

Тышта төндә генә түгел, көндөҙ ҙә һауа температураһы минуска төшкәс, розаларҙы ҡапларға кәрәк. Бының өсөн ағас тартмалар ярҙамға килә. Һәр ҡыуаҡты ағас тартма менән ҡаплап, өҫтөнә пленка ҡапларға һәм ҡырыйҙарын кирбес менән баҫтырырға. Ә иң уңайлыһы — һәр ҡыуаҡты спанбонд йәки лутрасил кеүек туҡыма менән 4-5 ҡат уратырға, бау менән бәйләргә һәм өҫтөнән тоҡ кейҙереп ҡуйырға.

Ҡар яуғас, розаларҙы ҡар менән ҡапларға онотмағыҙ, шулай эшләгәндә, улар ҡышҡы һалҡындарҙа яҡшы һаҡланасаҡ.
Читайте нас: