Дим буйҙары
0 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Ноябрь 2018, 12:06

Помидор ашаған ирҙәр һирәк ауырый

Ашҡаҙаны һәм ун икеле эсәк йәрәхәте ауырыуҙары, үт ҡыуығында йәки бөйөрҙәрендә таш булмаған кешеләр помидор менән дауалана ала. Помидорҙы даими ҡулланыу аппендицитты булдырмай.

Америка ғалимдаре фекеренсә, помидорҙы йыш ашаған ир-егеттәр простата, яман шеш менән һирәк ауырый.

Аҙ ҡанлылыҡ. Көн һайын 2-3 стакан помидор һуты эсегеҙ. Бындай эсемлектә кислота етерлек дәрәжәлә булғанлыҡтан, тән ундағы тимерҙе яҡшыраҡ үҙләштерә.

Артык ауырлыҡ. Аҙнаһына 1-2 көн ашауҙы кәметеү көндәре уҙҙырығыҙ: 1,5-2 литр помидор һуты эсегеҙ һәм ашауҙы помидорҙарҙан яһалған салаттан башлағыҙ.

Тире зарарланыу (яралар, йәрәхәттәр, тән бешеү), ҡан тамырҙары киңәйеү ваҡытында аяҡтар шешенеү. Помидорҙарҙы сәнске менән иҙегеҙ һәм, һыуын бер аҙ һығып, ошо бутҡаны ауыртҡан урынға һылағыҙ. Ул яраларҙы төҙәтә. Әгәр помидор иҙмәһен аяктарға һылаһағыҙ, ҡан әйләнеше яҡшырып, ауыртыуы баҫылыр.

Организмды таҙартыу. Помидорҙағы файҙалы матдәләр бөйөрҙәр эшсәнлеген арттыра, ит йәки тәм-том ашағанда барлыҡҡа килә торған ағыуҙарҙы зарарһыҙландыра һәм эсәктәр аша сығара.

Ҡартаймаҫ өсөн көнөнә 1 стакан помидор һуты эсегеҙ, йәки 1 тәрилкә турама ашағыҙ.
Читайте нас: