Дим буйҙары
-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Ноябрь 2018, 11:56

Өйөгөҙ йәмле булһын

Йылдар үткән һайын өй эсе төрлө әйбер менән тула. Улар араһында, кәрәклеһе, көнкүрештә файҙаланыла торғандары менән бер рәттән, матурлыҡ өсөн генә ҡуйылғандары ла күп була. Өй эсенә күҙ йүгертеп сығығыҙ әле, моғайын, һеҙҙә лә барҙыр улар.

Яҡшылары

Матрешка. Эсендәге ҡурсаҡтары йоп һанда булһа, аҡсағыҙҙы. малығыҙҙы, сәләмәтлегегеҙҙе һаҡлай. Таҡ һандағы ҡурсаҡтар өйгә насар ниәтле кешеләрҙе, сирҙе керетмәй, күҙ тейеүҙән һаҡлай.

Диван мендәрҙәре. Йылы төҫтәр менән сигелгән бәләкәй генә мендәрҙәр ир менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәтте нығыта.

Фикус. Нервыларҙы тынысландыра. Кис ярты сәғәт, ҡулығыҙға япрағын тотоп, был гөл янында ултырһағыҙ, хәлегеҙ еңеләйеп китер.

Башаҡтар. Вазаға ҡуйылған бойҙай, арыш, һоло башаҡтары өйгә именлек, байлыҡ, һаулыҡ килтерер.

Фил һыны. Томшоғон өҫкә күтәргән фил уңыш килтерә, дошмандарҙы еңергә ярҙам итә.

Ямандар.

Ҡош һындары. Күгәрсен, һайыҫҡан, ала ҡарға, һаҙлыҡ ҡоштары, селән. бөркөт статуэткалары бәхетһеҙлек “саҡыра”. Фил һыны. Томшоғо түбәнгә һалынып торған фил статуэткаһы һағыш, борсоу, ауыр уйҙар тыуҙыра, депресссияға сәбәпсе.

Балыҡ һүрәте. Һүрәттә йәки статуэтка рәүешендә булһа ла, ул боҙомға, күҙ тейеүгә юл аса, шулай уҡ өйгә ҡараҡтарҙы ла тарта.

Диңгеҙ ҡабырсағы. Йөрәк эшмәкәрлеген насарайта.

Сатнаған йәки ватыҡ һауыт-һаба. Уға һалынған ризыҡтың энергетикаһын боҙа, ҡайһы саҡ бөтөнләй тиҫкәрегә әйләндерә.

Туҙған башмаҡтар. Тапалып бөткән иҫке башмаҡтарҙы һаҡлаған кешегә боҙом эләгеү, күҙ тейеү, нахаҡ бәлә яғылыу ҡурҡынысы бар.

Тоҙ һауыты. Тоҙ бик тиҙ түгелә йәки ситтәренә йыйылып ҡала торған бәләкәй генә һауыттар өйҙә тауыш, ығы-зығы сығара
Читайте нас: