Быларҙы эшләгәндән һуң, һәр бармаҡты айырым-айырым осонан төбөнә тиклем ыуығыҙ. Ус төбөн һәм беләгегеҙҙе лә ыуырға онотмағыҙ. Бигерәк тә ауыртҡан нөктәләргә иғтибар итергә кәрәк.
Баш бармаҡ үпкә, ҡурылдай һәм бауыр өсөн яуап бирә. Мәҫәлән, йүткереүҙе баш бармаҡҡа массаж яһап, бигерәк тә тырнаҡ төбөнә баҫҡыслап кәметергә, хатта дауаларға була.
Һуҡ бармаҡ ашҡаҙан-эсәк юлдары менән бәйле. Тырнаҡҡа баҫыу ауыҙҙағы ауыртыуҙы, теш һыҙлауын баҫа. Бармаҡтың урта өлөшө ашҡаҙан, бауыр өсөн яуап бирә. Иң аҫҡы өлөшө һәм баш бармаҡ менән имән бармаҡ араһындағы йомшаҡ урын йыуан эсәк менән бәйле.
Урта бармаҡ ҡан әйләнеше менән «дуҫ».
Сығанаҡ бармағығыҙға массаж яһағыҙ, күңел төшөнкөлөгөнән ҡотолорһоғоҙ.
Сәтәкәй бармаҡты ыуып, эс ҡатыуҙан ҡотолорға мөмкин.
Йөрәк тибешен кәметеү, арығанлыҡты бөтөрөү өсөн, устың иң үҙәк өлөшөнә массаж яһарға кәрәк.