Дим буйҙары
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Ноябрь 2018, 10:40

Китап уҡыһаң, стресс кисермәҫһең

Ә һеҙ китап уҡыуҙың стресҡа ҡаршы көрәштә иң яҡшы ысул икәнен беләһегеҙме?

1936 йылда фәнни ҡулланылышҡа ингән “стресс” һүҙе инглиз теленән тәржемә иткәндә “көсөргәнеш” тигәнде аңлата. Был – организмдың ниндәйҙер тышҡы экстремаль факторҙарға яуабы. Стресс хәле адреналин сығарыуға булышлыҡ итә, һәм беҙҙең организм дош¬ман¬ға ҡаршы көрәшеү йәки унан ҡасыу өсөн тиҙ генә хәрәкәткә килә. Ләкин беҙ тәүтормош кешеләре түгел һәм проблемаларҙы улай хәл итмәйбеҙ. Организм буйлап ҡулланылмаған гормондар хәрәкәт итә һәм нервы системаһына тынысланырға ирек бирмәй.

Стрестан ҡасыу мөмкин түгел, ләкин уны еңергә була. Британия ғалимдары, тикшеренеүҙәр уҙғарып, ҡыҙыҡлы асыштар яһаған. Баҡтиһәң, стресс кимәлен музыка тыңлау — 61, бер сынаяҡ сәй йәки ҡәһүә эсеү – 54, саф һауала йөрөү – 42, уйындар 21 процентҡа төшөрә икән. Ә бына ни бары 6 минут шым ғына китап уҡыу стресҡа ҡаршы иң яҡшы дарыу булып тора. Тикшеренеүҙәр авторы Дэвид Льюис, ниндәй китап уҡыу мөһим түгел, иң мөһиме – уға тулыһынса бирелеү, тип һанай. Китап геройҙарының проблемаларына бирелеп, кеше үҙенекен онота икән.

Стресс кисергәндә үҙеңә нисек ярҙам итергә?

* Борсолоуығыҙҙың сәбәбен билдәләп ҡарағыҙ.

* Көнөгөҙҙө планлаштырығыҙ.

* Дөрөҫ туҡланығыҙ, етерлек йоҡ¬лағыҙ, физик күне¬геү¬ҙәрҙе даими яһағыҙ.

Стресс кисергәндә кешенең хис-тойғоһо ҡыҙған мейескә бәрәбәр, шуға ла бер нисә кәңәш:

- проблемаларығыҙ, борсолоу¬ҙарығыҙ хаҡында яҡындарығыҙға һөйләү ярҙам итер;

- физик күнегеүҙәр, саф һауала йөрөү ҡуҙғыусанлығығыҙҙы кәметер;

- тыныс йоҡо — иң яҡшы дуҫ;

- ыңғай тойғолар (концерт, театр, дуҫтар менән аралашыу) солға-нышында булырға тырышығыҙ;

- үҙегеҙҙе яңғыҙ тойһағыҙ, эт йә бесәй алығыҙ;

- иң төп ҡағиҙә — төшөнкөлөккә бирелмәгеҙ һәм мөмкин тиклем йышыраҡ йылмайығыҙ.

Стресс алкоголгә тиң

Һәр беребеҙ төрлө хәлдәрҙә йыш ҡына көсөргәнеш кисерә. Ысынында иһә стресҡа хәл-ваҡиғалар сәбәпсе түгел, ә беҙҙең уларға ҡарашыбыҙ, мөнәсәбәтебеҙ тора икән.
Читайте нас в