Аэропорттың генеральный директоры Александр Андреев белдереүенсә, өс миллионлы пассажирҙы ҡаршы алыу аэропорт өсөн бик шатлыҡлы күренеш. Ете йылда пассажирҙар ағымы 83 процентҡа артҡан. Ун ай эсендә “Өфө” аэропортында пассажирҙар һаны, былтырғы менән сағыштырғанда, 17 процентҡа күбәйгән.