Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Ноябрь 2018, 14:23

Донъяның иң бай ауылы

Хуаси – Ҡытайҙың иң бай ауылы. Цзянцу биләмәһендә урынлашҡан ауылға урындағы коммунистар комитеты секретары У Жэнбао нигеҙ һалған.

1960 йылға ҡәҙәр Шанхайҙан 130 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан ауыл бик үҫешмәгән фермер ҡулында була. Ауыл старостаһы Жэнбао колллектив хужалыҡ идеяһын индерә һәм илдә беренселәрҙән булып кооперативтар ойоштора башлай. Хуасилар тәүге миллионды табыш алыуға йүнәлтәләр.

Хәҙер ауыл – ҡорос етештереү буйынса алға киткән мультимиллиардлы конгломерат. Төп етештереү тармаҡтары – металлургия һәм текстиль сәнәғәте. Һуңғы биш йылда ауылдың табышы 230 млрд. юань (36,5 млрд. доллар булған)

Хуасиҙың майҙаны – 240 гектар. Унда йәшәүселәрҙең барыһының да 400-600 кв. метрлы 2-3 ҡатлы коттеджы бар. Йорттар Европа стилендә һалынған һәм бар кеше лә тигеҙ ғүмер итә тиергә нигеҙ бар. 2011 йылда ауылдың 50 йыллығына 328 метрлы күккә ашҡан ҡунаҡхана төҙөлә. Ул бында йәшәүселәрҙең барыһын да һыйҙыра ала. “Коллективлаштырыу символы” булған был мөһабәт бинаны бар ауыл менән төҙөйҙәр. Һәр ғаилә 10-ар млн. юань (179 мең һум). Бер кешенең йыллыҡ килеме 100 мең юандан арта. Иң мөһиме – халыҡтың акционер булыуы, һәр йыл һөҙөмтәләре буйынса табыштың 20 проценты (сабыйҙарҙы ла иҫәпләп), ауылда теркәлгән кешеләр араһында тигеҙ бүленә. Йыл һайын һәр кешегә 3 мең юань пособие, 150 кг дөгө бирелә.

Ауылдың тағын бер килем алыу сығанағы – туризм. Һуңғы 30 йылда унда 2,2 млн. турист килгән.

Ауылдың үҙ тәртиптәре бар. Унда азартлы уйындар, наркотиктар ҡулланыу ҡәтғи тыйыла. Ял көндәре юҡ. халыҡ аҙнаһына ете көн эшләргә мәжбүр. Тимәк, ауылдан сығып йөрөү мөмкинлеге юҡ. Хуасины ҡалдырып китеүсе барыһын да юғалта. Уның ҡарауы улар түләүһеҙ һаулыҡ һаҡлау, белем алыу, торлаҡ, ҡартлыҡ буйынса страховкаға эйә.

Йыл һайын ауылды тергеҙеүгә 2,3 млрд. юань аҡса бүлеп бирелә. Шунлыҡтан, Ҡытайҙың башҡа урындары менән сағыштырғанда, бында экология ла бик таҙа, ҡасаба йәшеллеккә күмелгән. Ҡытайҙар үҙҙәре Хуасиҙы “Социалистик ауыл моделе” тип атай.

Ауылға нигеҙ һалыусы У Жэнбао 2013 йылдың 18 мартында 85 йәшендә вафат була. Ул баҡыйлыҡҡа күскәнсе һәр йәһәттән әүҙем тормош алып бара, туристарға экскурсиялар ойоштора. Кооператив һәм йәмғиәт үҫеше тураһында фәлсәфәүи хеҙмәт яҙған кеше. “Социализм ул – халыҡ бәхете. 100 кешенең 98-ҙе бәхетле икән, был – социализм. Ҡалған икеһе бәхетле булырға теләмәй, тимәк”, - тип яҙа ерҙә “бәхетле тормош мөйөшө” төҙөүгә ирешкән Жэнбао.
Читайте нас: