Дим буйҙары
0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Ноябрь 2018, 17:47
Австралиянан Өфөгә - велосипедта!
Веланджи Кулкарни дүрт ай ярым эсендә 25 мең саҡрым юл үткән…
Ул тыумышы менән Һиндостан ҡыҙы. Әлеге ваҡытта Бөйөк Британиялә спорт менеджменты буйынса белем ала. «Мин Австралияның Перт ҡалаһынан юлға сыҡтым. Дүрт ай ярым эсендә 25 мең саҡрым юл үттем. Австралия аша Яңы Зеландия, Канада, Исландия, Португалия, Испания, Франция, Бельгия, Германия, Дания, Швеция, Финляндия һәм бына инде Рәсәйгә килеп еттем», — ти велосәйәхәтсе Веданджи Кулкарни. Сәйәхәтсе ҡыҙға Рәсәй бик оҡшаған. «Бында кешеләр ярҙамсыл, туҡтап, берәй ярҙам кәрәкмәйме тип һорайҙар, сәй тәҡдим итәләр», — ти ул. Веланджи Рәсәйгә Финляндия аша килеп кергән. Өфөгә ҡәҙәр юл ун көнгә һуҙылған. Әмма был әле сик түгел, сәйәхәтсе ҡыҙ юлын дауам итә…
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
16 Сентябрь 2025, 21:45
Дүсән ауылы ирекмәндәре махсус хәрби операциялағы яугирҙарға даими ярҙам итә
МХО-лағыларға ярҙам
16 Сентябрь 2025, 19:10
"Барығыҙға ла ярҙам итербеҙ»
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"