Дим буйҙары
+31 °С
Ясно
Баш
Чув
Тат
Рус
Общие статьи
4 Декабря 2018, 10:27
Татлы бәлеш
Кәрәк була: маргарин йәки май - 250 г. йомортҡа - 2 шт. шәкәр ҡомо - 1 стакан, ҡаймаҡ - 2 аш ҡалағы, он - 400 г., ҡамыр йомшартҡыс (разрыхлитель) - 1 сәй ҡалағы, ҡайнатма, джем - кәрәгенсә
Әҙерләү:
1. Маргаринды шәкәр ҡомо менән ағарғансы туҡырға, шунда уҡ йомортҡа һәм ҡаймаҡты ҡушырға.
Артабан аҙлап ҡына разрыхлитель ҡушылған ондо һалырға.Ванилин ҡушырға була, мускат, кардамон һ.б. Йомшаҡ ҡына ҡамыр килеп сыға.
2. Ҡамырҙы 1 сәғәткә һыкытҡысҡа һалып торорға. Бер сәғәттән һуң алырға ла 1/4 өлөшкә бүлеп, бәләкәй өлөшөн кире һыкытҡысҡа һалып торорға. Ҡалған ҙур ҡамырҙы табаға йәйеп һалырға, ситтәрен ҡалҡытыбыраҡ итергә.
3. Ҡайнатма менән һылап сығырға һәм өҫөнә һыуытҡыстағы ҡамырҙы ҡырырға.
4. Мейестә 180°- та 35-40 минут тирәһе бешереп алырға.
Тәмле булһын!
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
10 Июля , 08:04
Ауыл фельдшеры – халыҡ терәге
Общие статьи
9 Июля , 15:30
Урамдарға тротуар һалына, асфальт түшәлә
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"