Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Декабрь 2018, 11:17

Ҡабаҡ ризыҡтары яратаһығыҙмы?

Һүҙ тап бына тултырған ҡабаҡ тураһында бара, тултырған өйрәк тә, ҡаҙ ҙа түгел, ә тултырған ҡабаҡ. Дөрөҫөн генә әйткәндә, бындай ризыҡ тураһында күптәр белмәй.

Баҡһаң, әлеге ризыҡты элек-электән инде беҙҙең әбей-апаqҙрыбыҙ бик яратып бешергән.

Әмма бөгөнгө заман хуҗабикәләре араһында был боронғо һәм шул уҡ ваҡытта бик тә тәмле ризыҡты әҙерләүселәр юҡ тиерлек. Билдәле, ит ашҡаҙан өсөн шаҡтай майлы, ауыр ризыҡ. Ә ҡабаҡ майҙы һеңдерә алыуы менән билдәле. Бынан тыш ҡабаҡ бик тиҙ һәм еңел эшкәртелә. Уны үҫтереүе һәм һаҡлауы ауыр түгел. Ул бик ҡаты һалҡындарҙа ла туңмайынса һаҡлана ала.

Ҡабаҡтың өҫтөнә ҡапҡас яһап, уның эсендәге барлыҡ төштәрен алабыҙ. Ҡабаҡты шул рәүешле әҙерләп ҡуйғас, уға эслек әҙерләргә кәрәк. Бының өсөн һарыҡ, өйрәк йәки ҡаҙ итен һайлайҙар. Итте эрерәк киҫәктәргә турап, айырым һауытҡа һалып ҡуялар. Ҡош итен һөйәктәренән айырып тормайҙар. Икенсе бер һауытҡа яҡшылап йыуылған һәм бер аҙ ғына бүрттерелгән дөгө йәки ҡарабойҙай һалына. Икеһен бергә һалһаң да ярай. Тағын туралған һуған, тоҙ, ҡырылған борос, лавр япрағы һәм ҡара емеш тә әҙерләп ҡуйырға кәрәк.

Ҡабаҡтың ҡапҡасын асып, эсенә башта ит, һуңыннан ярма, һуған, тәмлеткесләр һәм емеш һалалалар. Барыһын да бергә тултырғас, өҫтөнә ҡайнар һыу ҙа һалына. Тултырған ҡабаҡ әҙер. Хәҙер уны ҡайнар духовкаға ҡуйып бешерәһе генә ҡала. Ризыҡтың әҙер булыу-булмауын тикшереү өсөн уның ҡапҡаһын асып, эсендәге әйберҙәрен ҡабып ҡарарға мөмкин. Уртаса ҙурлыҡтагы тултырған ҡабаҡ 2—2,5 сәғәт тигәндә бешеп тә сыға.

Бешкән ҡабаҡты өҫтәлгә алып ҡуйғас, уның ҡапҡасын асалар ҙа ҙур ҡалаҡ менән эсендәге әйберҙәрен болғаталар. Был ваҡытта алдан һалынған эслек ҡабаҡ менән бергә ҡушылған була. Өҫтәлгә ҡуйғас һәр кеше үҙенә күпме кәрәк шул ҡәҙәр һалып ала.
Читайте нас: