Дим буйҙары
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Декабрь 2018, 17:41

Ирәмәл тауы

11 декабрҙә халыҡ-ара тауҙар көнө билдәләнә. Бейеклеге буйынса Башҡортостанда икенсе урынды алып торған (1582 метр) мөһабәт тау – ял итеүселәр мәккәһе, йыл һайын унда илдең һәм донъяның төрлө төбәктәренән меңәрләгән турист килә.

Ҙур Ирәмәл Бәләкәй Ирәмәл (1449 метр) менән тоташҡан, эйәр формаһын хәтерләткән арауыҡтың киңлеге — 1 километр, бейеклеге — 1200 – 1250 метр самаһы. Тау һыҙаты төньяҡ-көнсығыштан көньяҡ-көнбайышҡа табан – 12, төньяҡ-көнбайыштан көньяҡ-көнсығышҡа 8 километрға һуҙылған. Көньяҡ Уралдың иң күркәм тауҙарының береһе булған бейеклек итәгенән тиҫтәләгән йылға башлана, шул иҫәптән Башҡортостан символына әүерелгән Ағиҙел дә.

Ирәмәлдең күккә олғашҡан осонан аҫҡа табан куркумниктар төшкән. Уларҙы таш йылға тип тә йөрөтәләр. Шул таштарға ҡолаҡ һалһаң, шишмә тауышы ишетелгәндәй була. Тағы ла Ирәмәл таш ҡаҙандары менән аптырашта ҡалдыра. Ҡаҙандарҙың киңлеге ике-өс метға етә. Ямғырҙан һуң улар һыу менән тула. Шуға ла ҡайһы берәүҙәр Ирәмәл түбәһендә күлдәр бар тип иҫәпләй. Ундағы һыу бик таҙа һәм тәмле була.

Башҡорт халҡы өсөн Ирәмәл – изге төбәк, тау тураһындағы легенда-риүәйәттәр әле лә йәшәй. Шулай уҡ тауҙы төрлө фән белгестәре, эзотериктар үҙ итә. Ғалимдар төбәктең уникаль тәбиғәтен өйрәнһә, икенселәре аңлатып булмаған, фәнни ҡанундарға һыймаған үҙенсәлекле күренештәрҙе барлау менән мәшғүл. Әммә барыһын да уртаҡ фекер берләштерә: бөйөк һәм бейек Ирәмәл – ҡеүәтле ыңғай энергия сығанағы, унда аяҡ баҫҡан кеше тормошоноң яңы битен аса. Тәбиғәттең күркәмлеген аңлатып тороу ҙа кәрәкмәй: күккә олғашҡан ылыҫлы ағастар, мәғрур ҡаялар, бай үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы онотолмаҫлыҡ ләззәт һәм рухи яңырыу бүләк итә. Ирәмәлгә туристик агентлыҡтар ярҙамы менән барырға мөмкин. Был бигерәк тә ҡырағай тәбиғәт шарттарына ҡулайлашмаған, тәжрибәһеҙ кешеләр өсөн уңайлы. Үҙ юлы менән сәйәхәт итеүселәр иһә Учалы, Белорет районының ауылдары аша барып етә ала. Шулай ҙа "башҡорт тайгаһы" тип йөрөтөлгән ҡырыҫ төбәккә юлды һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен белгән кешегә эйәреп барыу зарур.
Читайте нас: