“Chang’e-4” аппаратына бер нисә камера, табиғи нурланыш дәрәжәһен өйрәнә торған йыһаздар, Ай өҫтөнөң составын һәм эске төҙөлөшөн тикшерәсәк радарҙар, спектрометрҙар һәм Ҡояш еленең Ай тупрағына тәьҫирен асыҡларға мөмкинлек бирәсәк йыһаз беркетелгән.
“Chang’e-4” 2019 йылдың ғинуар башында Айҙың беҙгә күренмәй торған яғында урынлашҡан фон Карман кратерына ултырырға тейеш. Был - кешелек тарихында Айҙың кире яғына ултырасаҡ икенсе аппарат, тип яҙа giylem.tatar сайты