Дим буйҙары
-5 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Декабрь 2018, 14:51

Яңы йылға - татлы бүләк

Ата-әсәләргә балалар өсөн печенье, кәнфит, зефир һәм ҡаҡ һатып алырға кәңәш ителә.

Яңы йыл алдынан Роспотребнадзор байрамғә татлы бүләктәр һайлау буйынса үҙ кәңәштәрен бирҙе. Улар ведомство сайтында донъя күргән. Белгестәр составында аҙыҡ-түлек өҫтәмәләре, консерванттар булмаған кондитер эшләнмәләре һайларға кәңәш итә.

Улар шулай уҡ арахис һәм өрөк төшөнөң аллергия үҙенсәлектәре хаҡында иҫкәртә. Бынан тыш, балаларға составында алкоголь күләме 0,5 проценттан артып киткән карамель һәм кондитер ризыҡтары ашарға кәңәш ителмәй. Шуға бәйле. ведомствола печенье, кәнфит, зефир һәм ҡаҡ һатып алырға кәңәш итәләр.

Әгәр уларҙың эсендә уйынсыҡ бар икән, ул тейешенсә төрөлгән булырға тейеш. Шулай уҡ ата-әсәләрҙә тәм-томдар, балалар кейемдәре һәм уйынсыҡтарҙың сифатына ҡарата шик тыуһа, Роспотребнадзорҙың территориаль идаралығы ҡайнар линияларына мөрәжәғәт итергә саҡыралар.
Читайте нас: