Ошо көндәрҙә Хөкүмәттең киләһе йылға һәм 2020, 2021 йылдарҙың план осорона граждандарға түләүһеҙ медицина ярҙамы күрһәтеүҙең дәүләт гарантиялары программаһы тураһындағы ҡарары ғәмәлгә инә.
Программа бер нисә яңылыҡты үҙ эсенә алған. Иң элек документ һирәк осрай торған сирҙәр исемлеген киңәйтә. Уларҙы дауалауға аҡса федераль кимәлдә бүленә. Шулай уҡ яман шештән яфаланған пациенттар өсөн компьютер, магнит-резонанс томографияһы һәм ангиография үткәреүҙе көтөү срогына үҙгәреш индерелә. Хәҙер уларға сират осоро 14 көндән артмаҫҡа тейеш.
Бынан тыш, документ бер профилактик тикшерелеүгә мотлаҡ медицина страховкаһы аҡсаһы иҫәбенә сығым нормативын билдәләй. Киләһе йыл ул 1019,7 һум тәшкил итәсәк. Экстракорпораль ауырға ҡалыу өсөн финанс сығым нормативы иһә 114 мең самаһы, стационар шарттарында яман шеште дауалауға норматив 76,7 мең һум буласаҡ.
Автор: Лилиә Дәүләтбәкова