Дим буйҙары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Декабрь 2018, 17:26

Әрһеҙ өйҙәштәр

Ишек алды, ҡаралты тирәһендә быларға, әйтерһең, башҡа урын бөткән.Һорамай-нитмәй, кем әйтмешләй, бары үҙ белдектәре менән генә, өс-дүрт турғай ғаиләһе беҙҙең өй ишеге өҫтөнә оя ҡороп ҡуйҙылар.

Бер дә килештермәнек беҙ был хәлде. Берҙән, быларҙың үҙҙәренә уңайһыз, ишек асһаң да пырх итәләр, ишек япһаң да, ҡолағыңды тондорорлоҡ итеп сыр-сыу киләләр. Икенсенән, әсәйгә мәшәҡәт. «Баҫҡыс төбөн йыуып ҡына кергән булам, әллә ни арала бысратып та өлгөрәләр, – ти.– Ярар инде, ҡышҡа ҡаршы теймәйем, әммә яҙ ғына етһен, ояларығыҙҙы барыбер туҙҙырам»,– тип янай ул турғайҙарға.

Ярай, ҡышты һәйбәт кенә ҡышланылар былар. Башҡа ерҙән ем таба алмаҫтай әсе һыуыҡтарҙа беҙ ҙә ярҙам иткеләнек. Йә шунда ҡар өҫтөнә икмәк валсыҡтары сығарып һибәбеҙ, тәрилкәгә һалып, тары ярмаһы ҡуябыҙ. Үҙҙәре бик тә ғәләмәт йылғыр тағын: етен бөртөгө хәтле генә күҙҙәрен шаян уйнатып, тәрилкә төбөнә һалған бер ус ярманы күҙ асып йомғансы юҡ итеп ҡуялар. Тиҫтәләгән ҡошсоҡ яҡындағы ағас ботағына ҡуналар ҙа һары түштәрен, салауат күпере һымаҡ матур ҡаурыйҙарын кескәй томшоҡтары менән һыпырып-һыпырып таҙартырға, ялтыратырға керешәләр. Шунда, матур ғына бер турғай, йәлт кенә итеп, икенсеһе янына килеп ҡуна. Ниҙер сырҡылдашып, сыр-сыу килеп алалар. Шаян ҡыҙҙар яңы мода тураһында бәхәсләшәләр икән, тиерһең.

Яҙын турғайҙарыбыҙ ояларын туҙҙырғанды көтмәнеләр, ҡапыл юҡҡа сыктылар, ҡайҙа киткәндәрен күрмәй ҙә ҡалдыҡ.

– Был тынғыһыҙ фатирҙаштарыбыҙ әллә ни арала юҡҡа сыҡты, һаубуллашмай ҙа ҡалдыҡ, – тип, әсәйем һуңынан үҙҙәрен бик оҙаҡ юҡһынып йөрөнө.

Ысындан да, уларһыҙ ишек алды нисектер күңелһеҙ булып ҡалды.

Әмма көҙ етеп, һыуыҡ ямғырҙар башланыуға, турғайҙар ояларына әйләнеп ҡайтты. Кешеләр кеүек улар ҙа йәйҙе урмандарҙа, табиғәт ҡосағында үткәрҙеләр, күрәһең.

Әсәйем турғайҙар бысратып торған баҫҡыс төбөн көн дә һепереп ала. Үҙе:

– Бына яҙ ғына етһен, мин уларҙың ояларын туҙҙырам әле, – ти. Тик ул бик йомшаҡ күңелле. Үҙе шулай һөйләнә, ә үҙенең алъяпҡыс итәгендә ваҡлаған икмәк киҫәктәре, һаман да шул әрһеҙ «өйҙәштәрҙе» туйындырырға сығып барыуы.
Читайте нас: