Дим буйҙары
-16 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Декабрь 2018, 22:55

Миндекһеҙ мунса мунсамы ни?!

Халыҡтың күпселеге ялын мунсанан башҡа күҙ алдына ла килтермәй. Ҡаланыҡылар ҙа хәҙер ваннала йыуыныу йәки душ аҫтында ҡойоноу менән генә хушһынмай, саунаға йәки мунсаға юл тота. Шәхси йортта йәшәүселәр ҙә мунсалы булыуҙы алғы планға ҡуя.

Мунса тиеү менән, һис шикһеҙ, миндек күҙ алдына баҫа. Элек-электән ата-баба уның ҡайын, имән, саған, йүкәнән булғанын ҡулланған, һәр ҡайһыһының файҙаһын яҡшы белгән.

Белгестәр ҙә сабынған саҡта тәнгә үҙенсәлекле массаж яһалыуын раҫлай. Мәҫәлән, ошо мәлдә мускулдарҙа һәм тирелә ҡан әйләнеше яҡшыра, контраст температура барлыҡҡа килә, тирләү һәм матдәләр алмашыныуы көсәйә. Япраҡтарҙан бүленеүсе үҙенсәлекле тәбиғи элемент — фитонцидтар — төрлө ауырыу тыуҙырыусы микробтарҙы юҡ итә, иммун системаһын нығыта. Уларҙағы эфир майҙары, тирегә ыңғай тәьҫир итеп, йәшәртә лә, тиҙәр. Шуға мунсала сабынған көндә ҡартаймайһың тигән әйтем барлыҡҡа килгәндер ҙә.

Тотош организмға файҙаһы булыуҙан тыш, мунса инеү төрлө сир-сырхауҙан да арындыра. Әммә иң элек миндекте дөрөҫ итеп әҙерләргә кәрәк.

Ҡайын миндеге. Ул ауыр эштән һуң арыу-талсығыуҙан, быуындар һыҙлауынан, мускулдар ауыртыуынан арындыра. Һытҡы йәки эрен сығыусан тирене һәйбәт таҙарта, яраны, сыйылған-киҫелгән урындың уңалыуын тиҙләтә, тынысландыра, кәйефте күтәрә, бронхтарҙы киңәйтә. Һөҙөмтәлә үпкә эшмәкәрлеге яҡшыра. Шуға ла ҡайын миндеге менән сабынғандан һуң тын алыуы еңеләйә. Астма сиренән яфаланыусылар, тәмәке тартыусылар өсөн ул иң һәйбәте.

Имән миндеге. Уны тиреһе майлы кешеләргә ҡулланырға кәңәш ителә. Имән япраҡтарының хуш еҫе ҡан баҫымының юғары күтәрелмәүенә булышлыҡ итә. Шуға спорт менән шөғөлләнеүселәргә, ҡан баҫымы юғары кешеләргә тәҡдим ителә. Йәнә нервы системаһын тынысландыра, стрестан арындыра. Ҡайһы бер тире сирҙәре һәм аяҡтар тирләп йонсотҡанда япраҡтары төнәтмә сифатында файҙаланыла.

Йүкә миндеге. Ул баш ауыртыуын баҫа, сабынғанда бөйөргә еңелсә генә гимнастика яһалыуы сәбәпле, бәүел ҡыуҙырта, тир бүленеп сығыуҙы тиҙләтә, тынысландыра, яраларҙы бөтәштерә, бронхтарҙы киңәйтә. Һалҡын тейҙергәндә йүкәнекенә тиң юҡ тип иҫәпләнә.

Хәйер, барлыҡ миндектәр ҙә һәйбәт. Бар мәшәҡәттәрегеҙҙе ситкәрәк ҡуйып тороп, ял итегеҙ, сабынып мунса төшөгөҙ.

Еңел быу менән!