Яңы йыл байрамына бүләктәр әҙерләй башланығыҙмы әле, дуҫтар?
Сит илдә бүләк алыу, бүләк биреү кеүек күңелле мәшәҡәттәр күптән башланған инде. Католиктарҙың күптән түгел генә уҙған Раштыуа байрамы алдынан магазиндар бушап ҡалһа, бөгөн сит илдәрҙә тағын байрам — Халыҡ-ара бүләктәр көнө.
Кешеләр ике төргә бүленә: бүләк бирергә яратыусылар һәм уны алырға яратыусылар. Шулай ҙа бүләк алырға яратыусылар күберәктер, мөғайын. Юғиһә, Халыҡ-ара бүләктәр көнөн уйлап сығараҫтар ҙә ине.
Раштыуанан һуң күпселек магазиндар һәм супермаркеттар тауарҙарын осһоҙ хаҡҡа һатып бөтөрөргә тырыша. Һатып алыусылар өсөн был көн ысын байрамға әүерелә. Аҡсаһы самалы булған кешеләр ҙә ярайһы ғына бүләктәр йыйып ҡала. Шуға ла Халыҡ-ара бүләктәр көнөн һәр кем көтөп ала.