Монголияла ХVIII быуатта Яңы йылдың беренсе көнөндә императорға аҡ төҫтәге туҡыма һәм ҡиммәтле таштар бүләк иткәндәр.
Һәр илдең үҙенсәлеге бар. Әйтәйек, Англияла байрамға барғанда ҡунаҡ үҙе менән бер киҫәк күмер ала. Йәнәһе, был йортта ут бер ҡасан да һүнмәһен. Ҡытай кешеһенә сәғәт бүләк итһәң, ул быны кәмһетеү тип ҡабул итеүе ихтимал. Ҡытайса ул “йыназа” тигәнде аңлата. Японияла хризантема сәскәләре бүләк итергә ярамай, был император ғаиләһе вәкилдәренә генә рөхсәт ителә. Америкала үткер әйбер бүләк итеү үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе боҙоу тип баһалана.
Хеҙмәттәштәреңә ниндәйҙер зиннәтле кәнсә тауарҙары, картина йәки үҙең эшләгән әйберҙәрҙе бүләк итергә мөмкин. Гүзәл заттар өсөн иң ҙур бүләк — сәскә. Ир-атты — ҡырыныу әйберҙәре, төрлө одеколон, ҡыҙҙарҙы ҡиммәтле косметика, уның исеме яҙылған сынаяҡ менән ҡыуандырырға була. Ә бына ҡатын-ҡыҙға ҡыйбатлы хушбуй, ирен буяғыс бүләк итеү килешмәй.