Гипертониянан. Берәр ҡалаҡ бал, сөгөлдөр һәм кишер һуты, бер стакан керән һуты (ҡырғыстан үткәрелгән керәнде 36 сәғәт һыуҙа тоталар), бер лимон һуты алып, барыһын бергә ҡушырға һәм көнөнә ике тапҡыр ашар алдынан эсергә кәңәш ителә.
Ангина, стоматиттан. Бер ҡалаҡ балды бер стакан йылы һыуҙа болғатып, тамаҡты сайҡатырға.
Бер ҡалаҡ бал менән бер ҡалаҡ ромашка сәскәһенә 250 миллиметр ҡайнар һыу һалып төнәтергә. Шуның менән ауыҙҙы һәм тамаҡты сайҡатырға.
ОРВИ-ҙан. Берәр ҡалаҡ бал, гөлемеш, ҡарағат һәм ҡурай еләге алып, шуларға ике стакан ҡайнар һыу һалып, 15 минут төнәтергә. Көнөнә өс тапҡыр яртышар стакан эсергә.
Бер ҡалаҡ йүкә сәскәһенә бер ҡалаҡ ҡурай еләге ҡушып, өҫтөнә ике стакан ҡайнар һыу һалырға һәм 5 минут ҡайнатырға. Бер аҙ төнәткәндән һуң, һөҙөп ике ҡалаҡ бал һалып бутарға. Көнөнә 3-4 тапҡыр яртышар стакан эсергә.