Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Ғинуар 2019, 00:06

Бәхет гөлө

Бер-бер артлы 15 фатирҙы үткәс, 16-сыһында Ҡыш бабай-Әүхәтте урта йәштәрҙәге ҡатын һәм …тынлыҡ ҡаршы алды.

Өҫтәлгә табын ризыҡтары һәм шампан шәрабы ҡуйылғайны. Уның аптыраулы ҡарашынан ҡатын-ҡыҙ ҡыҙарынды һәм: “Зинһар, яңылыш уйлай күрмәгеҙ?!”- тине.

Эйе? Урта йәштәрҙәге ҡатын… тынлыҡ… шампан шарабы???…

Ғәҙәттә, һәр фатирҙа шау-гөр килгән балалар көтөп тораһын яҡшы белгән “Ҡыш бабай”ға, тупаҫ ҡына кире боролоп сығып китһә лә, ҡаршы һүҙ әйтергә урын юҡ ине кеүек… Ләкин, тап бына кескәй балалы өйҙәрҙә генә була торған ихлас, бер ҡатлы, самими атмосфера, ҡатындың күҙҙәрендәге эскерһеҙ өмөт сатҡылары, Әүхәттең әлегә аңлай алмаған эске һиҙемләү хисе, уны туҡтап ҡалырға мәжбүр итте һәм үҙе лә һиҙмәҫтән шул бер үк программаны ҡабатлай башланы:

— Иҫәнме, үҫкәнем. Исемең кем була әле һинең?

— Әминә.

— Мин киләһен күптән көткәйнеңме һуң?

— Мин һине ун йыл буйы көтәм инде, Ҡыш бабай.

— Ә ниндәй теләгеңдең тормошҡа ашыуын теләйһең һуң һин?

— Минең теләгем бына ошо хатта яҙылған. Ул бик күп йылдар инде минең өҫтәл тартмаһында ята.

— Ҡыш бабай килеүенә тип әҙерләгән берәй бүләгең дә барҙыр әле һинең?

Әминә гөнаһһыҙ бер сабый бала кеүек, үҙенең йөрәк түренән һарҡып сыҡҡан шиғырын һөйләй башланы. Ә күҙҙәрендә… уның күҙҙәрендә ниндәйҙер ихласлыҡ сағыла, Әүхәт унан йәненә ниндәйҙер йылы нур һирпелгәнен тойҙо.


Яңы йылда минең Бәхет гөлөм

сәскә атыр, – тип һаман көтәм.

Сабый булмаһам да, Ҡыш бабайҙан

Мөғжизә өмөт итәм.

Яһалмалыҡ, ялған донъяһына

батмаҫ өсөн ҡуям һуңғы көсөм.

Әйт, Ҡыш бабай, был яңғыҙлыҡ миңә

нимә өсөн? Йә, әйт, нимә өсөн?

Яңы йылда шиңгән Бәхет гөлөм,

ҡабат терелер, – тип һаман көтәм.

Эй, Ҡыш бабай, ихлас теләгемде

үтәрһең, тип һинән өмөт итәм?..

Шиғыр тәьҫиренән, Әминәнең сихырлы тауышынан айный алмаған, үҙ уйҙарына сумған “Ҡыш бабай”оҙаҡ ҡына һүҙ әйтә алмайынса торҙо… һәм:

—Яңы йылға тиклем әле ваҡыт бар, һинең теләгең, ысынлап та, үтәләсәк, Әминә ҡыҙым,- тип, хатты ҡулына ҡыҫып, теләр-теләмәҫ кенә фатирҙан сығып китте.

Яңы йыл алдынан Ҡыш бабай булып кейенеп, фатирҙан-фатирға йөрөүҙәре лә аҡса эшләү маҡсатынан түгел ине бит Әүхәттең. Бер нисә генә көнгә булһа ла, яһалмалылыҡ, ялғанға чумған дөнъянан ҡасып, бары тик сабыйҙарҙа ғына ҡалған ихласлыҡты күреп йыуаныу, күңеленә рәхәтлек табыу ине иҫәбе.

Бынан ун йыл элек булган Яңы йыл байрамын күҙ алдына килтерә-килтерә өйөнә ҡайтып етте. Һәр мөйөштә яңғыҙлыҡ көтөп торған фатирына инде. Әминә биргән хатты алып уҡый башланы:

“Ҡыш бабай! Кешеләр Яңы йылда яңы бәхеттәр өмөт итәләр, ә уҙған Яңы йыл минең бәхетемде селпәрәмә килтерҙе. Инде ҡауышабыҙ, тип, бик яратышып йөрөгән егетем Сәлим, “дуҫ ҡыҙым” Рәхимәнең махсус ойошторған ялғанына ышанып, мине хыянатта ғәйепләп, уның менән китеп барҙы. Кешеләргә ышанысым ҡалманы. Хатта, уға ҡәҙәр өйөмдә шау сәскәлә ултырған Бәхет гөлөм дә сәскәләрен ҡойҙо. Ҡыш бабай, яңғыҙлыҡ бик ауыр. Һин бит бар теләктәрҙе лә үтәйһең. Ә мин үҙемде нисек бар – шулай яратыусы, ихлас күңелле насип ярымды барыбер өмөтләнеп көтәм әле.

Ә был Сәлим менән Рәхимәнең өйләнешкәндән һуң ебәргән туй фотолары.

Мөғжизә өмөт итеп: Әминә.”

Сәлим менән Рәхимә һүҙен уҡыуға уҡ, Әүхәт ниҙер сиҙенгәйне инде

Ә уларҙың фотоларын күргәс, ни өсөн Әминәнең йәненә яҡын булғанын аңлап алды. Уның менән тап бер төндө, тап бер кешеләр тарафынан, махсус ойошторолған ялғандың ҡорбаны булған икән бит улар. Шунан бирле бер генә ҡатын-ҡыҙға ла ышана алманы Әүхәт.

Ә Яңы йыл заказдары бик күп ине. Барыһына ла шылтыратып, ауырып китеүе хаҡында әйтте, ғәфү үтенде.

Ә Яңы йыл куранттары төнгө 12-не һуғырға бер сәғәт ҡала, уның аяҡтары үҙенән-үҙе таныш фатирға таба атланы. Сәскә гөлләмәһен ҡуйынына ҡыҫып, бер ҡулы менән ҡыңғырау төймәһенә үрелде. Шул мизгелдә үк ишек асылып та китте.

– Иҫәнме, Әминә, – тине Әүхәт.

– Мин һине көттөм, – тине Әминә.

Бүлмәлә Бәхет гөлө матур итеп сәскә атҡан. Табын әҙерләнгән. Уртала шул уҡ шампан шарабы һәм ике бокал ҡуйылғайны.
Читайте нас: