Дим буйҙары
+26 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
Общие статьи
15 Января 2019, 12:59
Баллы перәник
Был татлы ризыҡ байрамдарҙа ла, ҡәҙимге көндәрҙә лә табын биҙәге була ала.
600 г он, 270 г бал, 100 г һөт, 2 йомортҡа, 3 ҡа¬лаҡ аҡ май, 1 балғалаҡ тарт¬тырыл¬ған дәрсен (корица), ярты балғалаҡ тарттырылған ҡәнәфер, ярты балғалаҡ сода, 150 г миндаль сәтләүеге, өҫтөн буяр өсөн тағы ла 1 йомортҡа.Һөт менән майҙы йы¬лы¬тыр¬ға (әммә ҡайнамаһын), уттан алып, бал ҡушып, яҡшылап туғырға һәм һыуытырға. Йо-мортҡа, тәмләткестәр, сода, он һалып, ҡамыр баҫырға. Йә¬йеп, перәник формаһында ҡырҡыр¬ға. Майлы табаға теҙеп, өҫтөнә йомортҡа һылап сығырға. Сәтләүекте ваҡлап, перәниктәрҙең өҫтөнә һибергә һәм мейескә ҡуйырға. Ҡыҙыулығы 200 – 210 градус самаһы мейестә тәмлекәстәр 25 – 30 минутта әҙер була.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраля , 04:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраля , 02:01
Берҙәм көс менән