Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Ғинуар 2019, 15:31

Күпме шәкәр етештерелгән?

Төбәктәге һәр кешегә 50 килограмм йәки бер тоҡ шәкәр тура килә тигән һүҙ.

Республикала 2018 йылғы шәкәр сөгөлдөрөн эшкәртеү тамамланды. Ауыл хужалығы министрлығы белдереүенсә, өс шәкәр заводы 1 миллион 318 мең тонна сеймалдан 201,2 мең тонна продукция етештергән. Уҙған йыл заводтар 185,6 мең тонна шәкәр етештергән булған.

Ҡыҫҡаһы, быйыл төбәктә әҙерләнгән шәкәр һәр кешегә 50 килограмм тура килә. Медицинала шәкәр ҡулланыу нормаһы бер кешегә 24 килограмм тип ҡабул ителгән. Тимәк, төбәктә йыллыҡ ике норма әҙерләнгән.

Статистика мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә бер кеше йылына уртаса 40 килограмм шәкәр ҡуллана.
Читайте нас: