Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Ғинуар 2019, 18:51

Геройҙар тураһында «йәшел береттар» йырлай

Yҙешсән сәнғәт артистарының патриотик тәрбиә биреүгә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ

Ҡайнар нөктәләрҙә hәм Афғанстанда һуғышсан хәрәкәтәрҙә ҡатнашыусыларҙан торған республика «Йәшел береттар» вокаль-инструменталь ансамбле 15 йыл элек районға концерт менән килгәйне. Күкрәктәрендәге һуғышсан бүләктәре hәм патриотик йырҙары менән хәрби форма кейгән әлеге төркөм ул саҡта уҡ тамашасылар күңелендә матур хистәр тыуҙырҙы. Концерттарҙан тыш, «Йәшел береттар» вокаль-инструменталь ансамбле hәләк булған геройҙар — беҙҙең замандаштарыбыҙ иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса хәйриә эшсәнлеге менән шөғөлләнә. Улар йәмәғәт биналарында hәм белем биреү учреждениеларында урынлаштырыу өсөн һалдат hәм офицерҙар исемдәре яҙылған иҫтәлекле гранит таҡталар яһай. Районда улар алты мемориаль плита урынлаштырған. 19 йыл эсендә ВИА тарафынан Рәсәй буйынса геройҙар исемдәре яҙылған 2400 мемориаль таҡтаташ урынлаштырылған.

Ошо көндәрҙә «Йәшел береттар» легендар ансамблдең район мәктәптәре уҡыусылары менән яңы осрашыуы уҙҙы. Иң элек концерт Айыт, Йылбулаҡтамаҡ, Ҡаныҡай hәм Дим ауылы мәктәптәре уҡыусылары ҡаршыһында булды. Артистар сығышын уларҙың үтенесе менән «Рәсәйҙең эҙлeнеү хәрәкәте», «Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте» hәм «9 рота» эҙләнеү отряды» тигән өс флаг менән камуфляж формаһында «9 рота» эҙләнеүселәре биҙәне.

Шул уҡ көндө Бишбүләк Мәҙәниәт һарайында Бишбүләк, Сиҙәкбаш hәм Кесе Сиҙәк мәктәптәре уҡыусылары алдында концерт ҡуйылды. Тамашасы залында буш урындар булманы. «Йәшел береттар» авторлыҡ йырҙары менән театрлаштырылған тамаша юбилей датаһына — Афғанстандан совет ғәскәрҙәренең сикләнгән контингентын сығарыуға 30 йыл тулыуға бағышланды. Репертуар яҡшы һайланған, унда хатта граждандар һуғышы йырҙары ла, афғансыларҙың яратҡан моңло «Кәкүк» йыры ла бар. Тамашасылар уларҙы бик йылы ҡабул итте. Артистар Баҙлыҡ, Уҫаҡ-Кисеү, Михайловка hәм Ҡушйылға ауылдарында сығыш яһаясаҡ.

Редакцияға легендар «Йәшел береттар» ансамбле коллективы — Рашат Фазлиәхмәтов менән Ирек Муллаянов кереп сыҡты. Улар икеһе лә Дүртөйлө районынан, хеҙмәттәрен ҡайнар нөктәләрҙә үткән. Был төркөм концерт менән бар Рәсәйҙе урап сыҡҡан.

— Беҙ һеҙҙең районға өсөнсө тапҡыр киләбеҙ, килгән һайын беҙҙе бында йылы hәм шатланып ҡабул итәләр, — ти ансамблдең етәксеһе Рашат Фазлиәхмәтов. — Район хакимиәте башлығы Наил Ғатауллинға, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр hәм кадрҙар буйынса урынбаҫары Валерий Семеновҡа, мәғариф бүлеге начальнигы Вячеслав Ивановҡа, мәғариф бүлеге методисы Алия Фәйзуллинаға, барлыҡ мәктәп директорҙарына, класс етәкселәренә, уҡыусыларға hәм ата-әсәләргә хәтер акцияһына теләктәшлек белдергәндәре өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.

Владимир Смолов,

Владимир Чернов фотоһы.
Читайте нас: