Дим буйҙары
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Ғинуар 2019, 19:00

Тәменән файҙаһы мөһимерәк

Һәр йәш категорияһы өсөн туҡланыу төрлөсә булырға тейеш. Ул организмдағы үҙгәрештәргә, кешенең физик әүҙемлегенә, тәбиғәт шарттарына, туҡланыуҙың милли үҙенсәлектәренә ярашлы ойошторола.

Табиптарҙың әйтеүе буйынса, туҡланыуҙың энергетик яҡтан балансланған булыуы мөһим. Тимәк, аҙыҡ менән организмға ингән калория миҡдары энергия ихтыяжына киткән сығымдан уҙмаҫҡа тейеш. Йыш ҡына артыҡ ашау сәләмәтлек ҡаҡшауға сәбәп булып тора. Рациондың склерозға ҡаршы йүнәлтелеүе мөһим. Үлемгә килтереүсе ҡайһы бер ауыр сирҙәрҙең төп сәбәбе — ҡан тамырҙарындағы тәрән үҙгәрештәр. Сирҙең барлыҡҡа килеүендә һәм аҙыуында туҡланыуҙың ҙур әһәмиәткә эйә булыуы яҡшы билдәле.

Рациондағы калорияларҙы кәметеү генә етмәй. Аҙыҡ менән бергә организмға үҫемлек майҙарында тупланған ҡайһы бер матдәләрҙең, эремсек, кефир һәм ҡатыҡтағы липотрон матдәләрҙең инеүе лә кәрәк. Был йәһәттән йәшелсә һәм еләк-емеш файҙалы, уларҙағы витаминдар, микроэлементтар ҡандағы холестеринды һиҙелерлек кәметә.

Туҡланыуҙы төрләндереү мотлаҡ. Шул саҡта ғына организм кәрәкле матдәләргә туйынасаҡ. Балыҡ, ит, үҫемлек һәм һөт майҙары, йәшелсә, һөт аҙыҡтары, ярмалар — барыһы ла рационда булырға тейеш. Һөт һәм балыҡ аҙыҡтарындағы аҡһым еңел эшкәртелә һәм тиҙ үҙләштерелә, әммә был хәл иттән баш тартырға кәрәклекте аңлатмай, уны көнөнә бер тапҡыр ашау ҙа етә. Ә аҙнаһына бер-ике көн ит ашамай тороу — һеҙҙең сәләмәтлек файҙаһына.

Ни өсөн итте һәм балыҡты бешереп ашау тәҡдим ителә? Сәбәбе — уларҙа бауыр һәм бөйөр эшен ауырлаштырыусы, нервы системаһын ҡуҙғытыусы экстраактив матдәләрҙең булыуында. Һыуҙа бешергәндә улар һурпаға сыға, ә ҡыҙҙырғанда һаҡлана.

Аҡһымдың алыштырғыһыҙ сығанағы — һөт ризыҡтары. Уларҙың составына кеше сәләмәтлеге өсөн кәрәкле бөтә матдәләр ҙә тиерлек инә. Һөт яҡшы үҙләштерелә, тәмле, унан төрлө ризыҡ әҙерләргә мөмкин.

Эремсек менән сырҙың ҡиммәте баһалап бөткөһөҙ. Эремсек — аҡһымға, ә сыр кальций тоҙҙарына бай. Әммә өлкәндәргә был аҙыҡтарҙың майһыҙырағын ашарға тәҡдим итәбеҙ. Диңгеҙ ризыҡтарындағы май холестеринды һәм ҡан тамырҙарындағы ойошҡаҡтарҙы кәметә.

Өлкәндәр һимереүҙең йөрәк-ҡан системаһының эшмәкәрлегенә һәм матдәләр алмашыныуға кире йоғонто яһауын да белергә тейеш. Шуға күрә күп калориялы, углеводҡа бай аҙыҡты сикләү файҙалы. Был тәмле-татлы ризыҡтарға, кондитер һәм икмәк-булка изделиеларына ҡағыла. Сей йәшелсә һәм еләк-емештең витамин, минераль матдәләр хазинаһы икәнен дә иҫтә тотоғоҙ.

Тоҙ ҡулланыуҙы сикләргә кәрәклеген дә онотмағыҙ (көнөнә 5-6 грамдан да артмаһын). Тоҙланған йәшелсәне лә самалап ашағыҙ, сөнки самаһыҙлыҡтың ҡан баҫымының күтәрелеүенә, шыйыҡлыҡтың организмда тупланыуына килтереүе бар. Ыҫланған аҙыҡ, бәшмәк, ҡуҙаҡлыларҙан әҙерләнгән блюдолар ауыр эшкәртелә, шуға күрә уларҙы самалап ашарға тәҡдим итәбеҙ.

Аҙыҡ тәмле, аппетитты ҡуҙғытырлыҡ булырға тейеш. Өлкәндәр йыш ҡына ашағыһы килмәүгә зарлана. Йәшел тәмләткестәр, һарымһаҡ, һуған, керән, йәшелсә һәм емеш һуттары күңелде аса, өҫтәүенә улар файҙалы матдәләргә бай. Йәшелсә һәм еләк-емеш С, Р витаминдарының, каротин һәм пектиндың бай сығанағы булып тора, бынан тыш, ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген яҡшырта, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына ыңғай тәьҫир итә.

Өлкәндәрҙең рационында аскорбин кислотаһы ла булырға тейеш. Уның сығанағы әлеге лә баяғы йәшелсә менән еләк-емештә. Тоҙланған кәбеҫтәнең һәр 100 грамында 20 миллиграмға тиклем С витамины бар. Организмды файҙалы аскорбин кислотаһына туйындырыу өсөн гөлйемеш ҡайнатмаһын, ҡара ҡарағаттың шәкәр ҡомо ҡушылған иҙмәһен ҡулланыу файҙалы. Элек-электән йод тоҙҙарының атеросклерозды иҫкәртеүҙә яҡшы сара булыуын белгәндәр, әммә күптәрҙә ул аллергия тыуҙыра. Диңгеҙ аҙыҡтарының, кальмар, креветка һәм диңгеҙ кәбеҫтәһенең файҙаһы баһалап бөткөһөҙ. Улар организмды йод тоҙҙарына туйындырыу менән бергә ҡан тамырҙарында ойошоу барлыҡҡа килеүенә лә ҡамасаулай, ҡандағы холестеринды кәметә, атеросклероздың үҫешен тотҡарлай.

Рациондың дөрөҫ төҙөлөүенән тыш, туҡланыу тәртибенең теүәл үтәлеүе лә мөһим. Артыҡ күп ашау, үтә ҡайнар йәки һыуыҡ аш, йоҡлар алдынан ныҡлы туйыныу бик зарарлы. Был тәңгәлдә билдәле мәҡәлде иҫкә төшөрөү урынлы: “Иртәнге ашты үҙең аша, төшкө ашты дуҫың менән бүлеш, киске ашты дошманыңа бир”. Кеше көндөҙ энергияһын киске менән сағыштырғанда күберәк сарыф итә, шуға күрә юғалтыуҙы аҙыҡ тулыландырырға тейеш. Төнгөлөккә ашау һимертә, аҙыҡ эшкәртеү ағзаларының эш ритмын боҙа.

Өлкән йәштә туҡланыуҙы кинәт үҙгәртергә ярамай. Аҙыҡ-түлектең күңел яратҡанын түгел, ә файҙалыһын ҡулланһағыҙ, сәләмәтлегегеҙҙе оҙағыраҡ һаҡларһығыҙ.