Дим буйҙары
+12 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
Общие статьи
24 Января 2019, 14:24
Ҡышҡыһын туңдырма ашайһығыҙмы?
Бөгөн эскимо көнөн байрәм итәбеҙ.
Бөгөн — халыҡ-ара эскимо көнө. Тимәк, туңдырма яратыусылар үҙҙәренә рәхәтләнеп байрам ойоштора ала.“Эскимо” француз теленән тәржемә итһәк, “эскимостар костюмына оҡшаған балалар комбинезоны” була икән. Шоколадлы шәкәр шәрбәтенә төрөнгән туңдырманы Америкала 1920 йылда уйлап табалар, ә уның ағас таяҡсығы бары тик 1934 йылда ғына барлыҡҡа килә.
Советтар Союзында был туңдырма 1937 йылда сығарыла башлай һәм халыҡтың иң яратҡан ризығына әйләнә. Мәскәүҙә эскимо һатып алыр өсөн кешеләр сәғәттәр буйы чсратта тора. Әлбиттә, ул осорҙа туңдырма телде йоторлоҡ тәмле була, сөнки ул ысын һөттән эшләнә.
Бөгөн туңдырманы һайлағанда иң элек этикеткаһына нимә яҙылғанын уҡырға кәрәк. ТУ хәрефтәре яҙылған булһа, аҡсағыҙҙы әрәм дә итмәгеҙ. Бындай туңдырмала файҙалы матдәләр бөтөнләй юҡ, ә химикаттар, киреһенсә, артығы менән. Ундай туңдырмаға үҫемлек майҙары, барыһынан да бигерәк арзан пальма майы ҡушылған була.
ГОСТ билдәһен тапһағыҙ, алдығыҙҙа һөттән эшләнгән ысын десерт тигән һүҙ. Ул тәмле генә түгел, файҙалы ла булыр
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
24 Мая , 08:09
Йәш туристар һынатманы
Общие статьи
23 Мая , 07:54
Тирә-яҡ күркәм төҫ ала
Общие статьи
21 Мая , 09:50
Бишбүләк юлсылары өсөн ҡыҙыу осор
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"