Дим буйҙары
-14 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Ғинуар 2019, 13:27

Милли корпус – автономияны яҡлаусы

Башҡортостан авто­номияһын иғлан итеүҙә төп роль уйнаған Башҡорт корпусы ойошторолоуға – 100 йыл.

– Башҡорт ғәскәрҙәре 1918 йылдың июнендә Башҡортостан Хөкүмәтенең ҡарары буйынса аҡтар яғында ойошторола. Бының өсөн Хөкүмәттең хәрби бүлеге янында махсус Башҡорт хәрби советы булдырыла. Ул Башҡорт ғәскә­ренең штабы тип тә йөрөтөлә. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә һигеҙ полк ойошторола. 1918 йылдың сентябрендә баш­ҡорт полктары Айырым Башҡорт корпусына берләштерелә, – ти тарихсы, Башҡортостан Респуб­ликаһы Милли архивының бүлек етәксеһе Азат Ярмуллин.

Башҡорт хәрби советы­ның 1918 йылдың 7 сентябрендәге фарманына ярашлы, Айырым Башҡорт корпу­сы Ырымбур ҡалаһында ойош­торолған.

Корпус составында 1-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы, 2-се Башҡорт уҡсылар дивизия­һы, Әмир Ҡара­мышев исемендәге 1-се Башҡорт кава­лерия полкы, 1918 йылдың октябренән Ғ. С. Иҙел­баев исемен­дәге 2-се Башҡорт кавалерия полкы һәм 6-сы Башҡорт уҡсылар полкы була. Айырым Башҡорт корпусы яугир­ҙәренең һаны 7 800 кеше тәшкил итә.

1918 йылдың 25 октябрендә бөтә пехота берләшмәләре һәм частары уҡсылар берләшмәләре һәм частары итеп үҙгәртелә.

1918 йылдың сентябрендә кор­пус­тың 1-се һәм 4-се Башҡорт пехота полктары Орск ҡалаһы өсөн алыш алып ба­ра, 1918 йылдың октябрендә 3-сө Баш­ҡорт пехота полкы Сыз­рань ҡала­һы­ның оборо­наһында ҡатнаша, 1918 йылдың октябрь-ноябрь айҙа­рында 1-се, 2-се, 4-се һәм 5-се Башҡорт пехота полктары, 2-се Башҡорт уҡсылар полкы Аҡтүбә фронтында Ҡыҙыл Армияға ҡаршы һуғыша.

1918 йылдың 16 октябрен­дә КОМУЧ-тың барлыҡ ҡораллы көстәре Юғары баш командующийы штаб начальнигы С. Н. Розанов фарманына ярашлы Айырым Башҡорт корпусы тарҡатыла. 1918 йылдың 21 октябрендә кор­пустың уҡсы­лар полкы 1-се Баш­ҡорт уҡсылар диви­зияһы­на әүерелә, ә 1-се, 2-се Башҡорт ка­валерия һәм 6-сы Башҡорт уҡсы полк­тары Башҡорт­остан Хөкүмә­тенең ҡа­ра­мағында ҡала. 1918 йылдың 10 ноя­брен­дә Башҡорт хәрби советының рә­йе­се Ә. Ә. Вәлидов корпустың диви­зия­ға үҙгәртеп ҡоролоуы тураһында иғлан итә.

1919 йылдың ғинуарында Башҡорт­остан автономияһы етәксеһе Зәки Вәлиди башҡорт ғәскәрҙәре менән командалыҡты үҙ ҡулына ала һәм Башҡорт корпусы ҡайтанан тергеҙелә. 1919 йылдың февралендә Башҡорт корпусында 6,5 мең һалдат һәм командир иҫәпләнә. 1919 йылдың 18 февралендә Башҡорт корпусы килешеү нигеҙендә Ҡыҙыл Армия яғына сыға. 1919 йылдың 20 мартындағы Башҡортостан хөкүмәте менән Үҙәк совет власы араһындағы килешеү нигеҙендә Башҡорт корпусы ғәскәрҙәре Ҡыҙыл Армияның айырым ғәскәри берәмеге – Айырым Башҡорт Ҡыҙыл армияһы статусын ала.

Автор: Р. МУСИНА