Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
31 Ғинуар 2019, 17:01

Нимә ул онкоконтроль?

Табипҡа ваҡытында мөрәжәғәт итеү һәм ышаныу — һеҙҙең һаулығығыҙҙың нигеҙе

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте бойороғо, Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарары менән «Онкоконтроль» программаһы раҫланды.

Онкоконтроль — яман шешкә бәйле hәр пациенттың хәүеф кимәлен асыҡлау hәм уны тикшереү. Поликлиникаға hәр беренсел мөрәжәғәт иткәндә, пациенттың иртә диагностиканы уҙыу мөмкинлеге бар. Бының өсөн ул махсус анкета һорауҙарына «эйе» йәки «юҡ» тигән яуап бирә. Был инде үҙе кешене үҙ һаулығы тураһында уйланырға мәжбүр итә. Әгәр пациент ҡайҙалыр «эйе» тигән яуап бирә икән, тиҙ арала тикшереүҙәрҙең алгоритмы асыла.

Онкоконтроль ике әйбергә бүленә — пациенттың һағайыуы һәм ауырыу билдәләре асыҡланһа, табиптың аныҡ эш итеүе — әйтәйек, йөрәк тибеүенең йышайыуы, йүтәл өйәнәге, ауырлыҡты юғалтыу, артыҡ йонсоу h.б. Кеше бәләкәй скрининг, белгестәрҙә ентекле ҡарау уҙасаҡ. Әлбиттә, кемдеңдер анкета һорауҙарына «юҡ», тип яуап биреп, табиптан тиҙерәк ҡотолоу теләге тыуа, ләкин ул саҡта пациент үҙе үк сәлеге программа тәҡдим итә торған мөмкинлектәрҙе сикләй.

Иртәме-һуңмы был скринингты республиканың hәр кешеһе үтәсәк. Шулай итеп, беҙ бер-беребеҙгә ҡаршы яҡынаябыҙ, пациент, үҙ һаулығы тураһында уйлап, иртә диагностика уҙырға ынтыла, ә табип уның нимә эшләргә тейешлеген теүәл билдәләй.

Яман шеш көтмәгәндә барлыҡҡа килмәй. Онкология ауырыуҙарының барлыҡ башланғыс стадиялары йәшерен, билдәләрһеҙ үтә, тик асыҡланған осраҡта, дауалауға яҡшы бирелә.

Медицина учреждениеһына мөрәжәғәт иткәндә пациент онкоконтролгә скринингты уҙырға хоҡуҡлы.

Онкоконтроль анкетаһы ағымдағы йылда амбулатор-поликлиника медицина учреждениеһына беренче тапҡыр участок терапевты, ғаилә табибы, дөйөм практика табибы, хирург, акушер-гинекологҡа мөрәжәғәт иткән hәр пациентҡа тултырылырға тейеш.

Медицина ойошмаһына мөрәжәғәт иткәндә һеҙгә анкета тултырырға тәҡдим итмәһәләр, уны табиптан (терапевт, хирург, акушер-гинеколог) һорағыҙ.

Анкетаға ыңғай ҡарағыҙ һәм бирелгән һорауҙарға иғтибар менән яуап бирегеҙ. «Эйе» йәки «юҡ» тигән hәр һорауға бер вариант һайлағыҙ. Бер hәм унан да күберәк ыңғай яуап, анамнез hәм пациентты ҡарау осрағында пациенттың яман шеш ҡурҡынысы hәм уны тикшереү планы билдәләнә. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса, яман шешкә шикләнеп, пациент йәшәү урыны буйынса поликлиниканың табип-онкологына консультацияға ебәрелә.

Ирина Назарова,

район үҙәк дауаханаһының табип-онкологы.
Читайте нас: