Дим буйҙары
-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Февраль 2019, 23:13

Пластик тәҙрәләр парланмаһын өсөн ни эшләргә?

Пластик тәҙрәләр бик уңайлы булһа ла, уларҙың бер кәмселеге бар – йыш ҡына парланалар. Бының сәбәбе нимәлә һәм унан нисек ҡотолорға?

Был физика закондары менән аңлатыла. Пластик бинаны ситтәге тауыш, ел, һалҡындан изоляциялай, урамдағы һауаны эскә индермәй. Ул шулай уҡ биналағы

һауаны ла урамға сығармай. Бүлмәлә температура күтәрелһә, әйтәйек, аш бүлмәһендә ризыҡ әҙерләйһегеҙ икән, тәҙрә парлана башлай, сөнки быяла иң һалҡын өҫлөк булып тора. Шуға ла тәҙрә парланыуы – ғәҙәти күренеш.

Әгәр ҙә юғары дымлылыҡ булмаһа һәм конденсат ябай шарттарҙа ла барлыҡҡа килһә, тәҙрә төбөнөң киң булыуы ла роль уйнарға мөмкин. Ул батареяны ҡаплай, һөҙөмтәлә йылы һауа тәҙрәгә күтәрелмәй. Температура түбән булып ҡала һәм тәҙрә быялаһында конденсат барлыҡҡа килә.

Тәҙрә парланыуҙың тағын бер сәбәбе – фатирҙа йәки бүлмәлә һауа әйләнешенең насар булыуы. Ул үҙәк вентиляцияның йәки һауа насар һыуыртылғандан була.

Тәҙрәне дөрөҫ ҡуймау ҙа ошо хәлгә килтерә. Тышҡы яҡтан пенопласты ҡатлы итеп ҡуймаһалар, бетонламаһалар йәки монтаж күбеген ағыҙмаһалар, конструкция герметик булмай.

Конденсат бүлмә гөлдәре арҡаһында ла булырға мөмкин. Уларҙы тәҙрә төбенән алып ҡуйып ҡарағыҙ, сәбәбе шунда түгелме икән?

Тәҙрәне ҡышҡы режимға күсермәһәң дә шул хәл күҙәтелә.
Читайте нас: