Дим буйҙары
0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Февраль 2019, 18:02
Кем быйыл үтә?
Быйыл да диспансерлаштырыу эше дауам итәсәк. 21 йәште уҙған һәр кем унда ҡатнаша ала. Эшләйме ул, эшләмәйме – быныһы мөһим түгел.
Һеҙҙең тыуған йылығыҙ диспансерлаштырыу өсөн тап килеү-килмәүен белеү өсөн йәшегеҙҙе өскә бүлегеҙ. Ҡалдыҡһыҙ бүленә икән, тимәк, һеҙ быйыл мотлаҡ диспансерлаштырыу үтергә тейешһегеҙ.
Тикшеренеүҙе йәшәгән урын, эш, уҡыу йәки тәүге медик-санитар ярҙамды алған учреждениела, табиплыҡ амбулаторияһында үтергә мөмкин. Участка табибы йәки шәфҡәт туташы уны ҡайҙа, нисек үтеү шарттары менән таныштырасаҡ һәм ваҡытын билдәләйәсәк.
Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн һөт биҙҙәре маммографияһы 39 йәштән 48 йәшкә тиклем өс йылға бер тапҡыр үткәрелә (50 йәштән – ике йылға бер тапҡыр).
Ир-ат 45 һәм 51 йәштә простата антигены – шеш маркерын асыҡлау буйынса тикшеренеү үтә. Эске күҙ баҫымын үлсәү өс йылға бер тапҡыр 60 һәм унан өлкән йәштәгеләр өсөн уҙғарыла.
Диспансерлаштырыуҙың икенсе этабында 45 – 72 йәштәгеләр һәм өлкәнерәк ир-ат өсөн һәм 54 – 72 йәштәге һәм унан өлкәнерәк ҡатын-ҡыҙ өсөн өс хәүеф факторы асыҡланғанда УЗДС (ультратауыш дуплекс күҙәтеүе) тикшеренеүе тәҡдим ителә. 75 – 90 йәштәгеләр, элегерәк мейелә ҡан әйләнеше боҙолоуы күҙәтелгән осраҡта, невролог йүнәлтмәһе буйынса ошо уҡ медицина сараһын үтә ала.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
16 Сентябрь 2025, 21:45
Дүсән ауылы ирекмәндәре махсус хәрби операциялағы яугирҙарға даими ярҙам итә
МХО-лағыларға ярҙам
16 Сентябрь 2025, 19:10
"Барығыҙға ла ярҙам итербеҙ»
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"