Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Февраль 2019, 17:40

Магнит дауылдары

Февралдә ҡояш яҙға табан ҡарай башлай – ә был айҙа күптәрҙә яҙғы авитаминоз башлана. Әгәр ҙә һеҙ ауырыһағыҙ, стресс хәлендә булһағыҙ, иммунитетығыҙ түбән булһа, һеҙҙең организм магнит дауылдарын тоя. Шуға күрә һаулыҡ насарланыу ихтималына әҙер булыу өсөн уларҙың ҡасан булыуын белеү кирәк.

Ҡояш 5, 7 һәм 10 февраль көндәрендә айырыуса актив була. Был осорҙа геомагнит дауылдарына бирешмәгән кешеләр ҙә уның тәьҫирен тоя. Ҡайһы берҙәренең башы ауырта, башҡаларҙа йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары көсәйә, өсөнсөләре хәлһеҙлек һиҙә. Айырыуса хиссән кешеләрҙе ҡояшта ҡабыныу булғандан һуң тағын 5-6 көн үҙҙәрен насар хис итергә мөмкин. Был көндәрҙә мобилле элемтә һәм техника эшендә лә тотҡарлыҡтар булыуы бар.

Хиссән һәм шикләнеүсән кешеләрҙе киҫәтке килә: үҙегеҙ геомагнит тирбәлеүҙәренә бәйле ялған билдәләр һәм ауырыуҙар уйлап тапмағыҙ. Табиптар кәңәшенә ҡолаҡ һалығыҙ – магнит дауылдарына һәр кеше үҙенсә тәьҫир итә.

5 февраль. Хроник һәм йәшерен ауырыуҙар көсәйеүе ихтимал. Магнит дауылынан ҡан баҫымы юғары булғандар ғазаплана.

7 февраль. Көслө ҡояш еле һауалағы кислород күләмен кәметә, ә был гипоксияға (күҙәнәктәргә кислород етмәү) килтерә. Был беренсе сиратта тромбтар яһалыу ҡурҡынысы булғандарға ҡағыла, инсульттар һәм инфаркттар һаны артырға мөмкин. Ҡул аҫтында ҡанды шыйығайтыусы препараттар һәм нитроглицерин булыу зарур.

10 февраль. Әйләнә-тирәләгеләрҙең һәм үҙегеҙҙең тиҙ ҡабынып китеүегеҙгә әҙер булығыҙ.

15 февраль. Хроник ауырыуҙарҙың ҡатмарланыуы бар. Бәйләнеш саралары һәм беренсе ярҙамға кәрәкле препараттар тураһында ҡайғыртыу кәрәк.

Магнит дауылдарының теүәл фаразын 2-3 көн алдан белеү кәрәк, сөнки “ҡояш еле” Ергә бер нисә көндән һуң ғына килеп етә.

Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, әгәр һеҙ шат күңелле икәнһегеҙ, магнит дауылдарын һиҙмәҫһегеҙ ҙә һәм был көндәрҙе еңел үткәрерһегеҙ.


Читайте нас: