Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Февраль 2019, 16:23

Йүткереүҙән нисек ҡотолорға?

Түбәндә тәҡдим ителгән сараларҙы ҡулланып ҡараһығыҙ, хәлегеҙ бер аҙ еңеләйер.

Йүтәлләгәндә һүрән утта лимонды ун минут ҡайнатырға һәм, уртаға ҡырҡып, яҡшы итеп һутын һығып алырға. Шыйыҡсаны стаканға ҡойоп, ике ҡалаҡ глицерин өҫтәргә һәм ныҡ итеп бутағандан һуң бал һалырға. Иртәнсәк ас ҡарынға, төшкө ашҡа тиклем, киске аштан һуң һәм төнгөлөккә берәр балғалаҡ эсеү кәңәш ителә.

Шәкәр ҡушылған йәшел кәбеҫтә һуты ла ҡаҡырыҡты сығара.

2 ҡалаҡ иҙелгән һарымһаҡты 100 грамм аҡ майға ҡушып болғатығыҙ. Ошо май менән төнгөлөккә аяҡ табандарын майлағыҙ, ойоҡбаш кейегеҙ. Был дауа тиҙ арала ярҙам итә;

* бер тигеҙ өлөштә ҡырғыстан үткәрелгән һуған, алма һәм бал алып, бергә бутағыҙ. Көнөнә 3 тапҡыр 1-әр ҡалаҡ ҡабул итегеҙ. Алма ҡабығын эҫе һыуҙа төнәтеп, шуны эсегеҙ;

* ярты ҡалаҡ алоэ һутын ярты ҡалаҡ бал менән буташтырып, ошо ҡатнашманы бер нисә минут ауыҙҙа тоторға, һуңынан йоторға;

* 1 стакан күләмендә кәбеҫтә алығыҙ, уға биш стакан һыу ҡойоғоҙ һәм 30 минут ҡайнап ултырған һыуҙа тотоғоҙ. Артабан уны һөҙөп, баштағы күләмгә етһен өсөн һыу өҫтәргә кәрәк. Килеп сыҡҡан төнәтмәгә 200 грамм бал өҫтәгеҙ. Йылы көйөнсә көнөнә 3 – 5 тапҡыр яртышар стаканлап эсергә. Был дауаны ҡаҡырыҡты шыйығайтып, уның сығыуын еңеләйтеү өсөн ҡулланырға була;

* йүткереү ныҡ йонсотҡанда, ошондай дауа ҡулланып ҡарағыҙ: 1 стакан һөттө ҡайнатып сығарғас та уттан алығыҙ һәм 1 ҡалаҡ аҡ май, 1 ҡалаҡ бал, бысаҡ осонда сода, 1 сей йомортҡа һарыһы, иң һуңынан 2-3 тамсы 5 процентлы йод өҫтәгеҙ. Көнөнә 3 тапҡыр йылы көйөнсә яртышар стакан эсергә. Һыуытҡыста һаҡларға.
Читайте нас: