Дим буйҙары
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Февраль 2019, 16:52

Грипп халыҡты аяҡтан йыға

Башҡортостанда балалар һәм өлкәндәр араһында грипп һәм ОРВИ менән ауырыусылар һаны арта.

Һуңғы аҙнала (4-10 февралдә) 33 меңдән ашыу кешегә «киҫкен респиратор вирус инфекцияһы диагнозы ҡуйылған, уларҙың 63 проценттан ашыуы балалар (21,1 мең кеше).

"Роспотребнадзор"ҙың Башҡортостан буйынса идараһы матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәры буйынса, республика территорияһында грипп һәм ОРВИ менән ауырыусылар һанының эпидемик күтәрелеше башланыу теркәлгән. Эпидемия 45,9 процентҡа еткән, уһған аҙналағы менән сағыштырғанда, 28 процентҡа артҡан.

Эпидемия сигенең артыуы 3-6 йәшлек балалар араһында — 14,9 процентҡа, мәктәп йәшендәге балалар араһында – 32,3 процентҡа, өлкән халыҡ араһында 32,7 процентҡа күҙәтелә.

Башланғыс диагноздар буйынса, Өфөлә ОРВИ ауырыуҙарының 9,9 мең осрағы теркәлгән, шуларҙың яртыһынан артыгы балалар — 5,2 мең ауырыу.
Читайте нас: